Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Август , 22:30

Кеше менән кешесә бул

Кешене ғәфү итә белмәү - үҙеңде Аллаһ Тәғәләнән юғары ҡуйып маташыуға тиң. 

Кеше менән кешесә бул
Кеше менән кешесә бул
1. Яйы сыҡҡан һайын кешене маҡтарға кәрәк. Маҡтайым тиһәң, сәбәбе табыла. Африкала бер үҙенсәлекле ҡәбилә бар. Эш боҙоусыны, язаға тарттырыр урынына, уртаға ултыртып алып маҡтайҙар. Эҙләһәң, һәр кемдең дә яҡшы яҡтары бар инде. Ул кеше дөрөҫ юлға баҫҡанға тиклем уңайы сыҡҡан һайын маҡтайҙар, икән. Ысынлап та, был сара ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә, тип һанай психологтар.

2. Бер ваҡытта ла кешенән көлмәгеҙ. Тормош бит ул төрлө яҡлы. Йыҙарҙа йырланғанса, "бөгөн мин бәхетле, иртәгә - һин". Белеп булмай иртәгә кемдең көлөрөн, кемдең иларын.

3. Кеше үҙе юҡта уны яманлап һөйләү - иң насар ғәҙәттәрҙең береһе. Әйтер һүҙең бар икән, тыныс ҡына итеп кешенең күҙенә ҡарап әйтергә кәрәк.

4. Кеше һеҙҙең фекер менән килешмәҫкә лә мөмкин. Үҙегеҙҙе генә дөрөҫ тип һанарға ярамай. Фекере һеҙҙекенә тап килмәгән кешене дошман тип ҡабул итеү аҡылһыҙлыҡ.

5. Үҙеңсә эшләйем тиһәң дә, бер олоноң, бер кесенең һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ситтән яҡшыраҡ күренә, тип бушҡа әйтелмәгән бит.

6. Кеше менән һөйләшкәндә һинең үҙеңдең ысын йөҙөң асыла. Тәрбиәле кеше бер ҡасан да, ниндәй генә хәл булмаһын, кем менән генә һөйләшмәһен, һүгенмәйәсәк, тамаҡ ярып ҡысҡырмаясаҡ, кәмһетерлек һүҙҙәр ҡулланмаясаҡ.

7. Кеше алдында байлығыңа маҡтанма. Иҫеңдә тот: байлыҡ - бер айлыҡ. Хоҙайҙан һаулыҡ һора.

8. Үҙ хатаңды таныу - үҙе үк батырлыҡ. Кешене үпкәләткәнһең икән яман ҡылығың йә һүҙең менән, ғәфү үтенә бел. Был һинең үҙең өсөн кәрәк.

9. Әгәр ҙә һүҙем үтһен тиһәгеҙ, тыныс тауыш менән аңлатырға өйрәнегеҙ. Ҡысҡырған ҡарға ҡарлыҡҡан, ти.

10. Көсһөҙ кеше үҙенең уңышһыҙлыҡтарын кешегә япһарыусан. Уға шулай еңелерәк. Ундай кешегә бер нисек тә яуап бирмәү хәйерле.

11. Аҙ һөйлә, күп тыңла. Ауыҙыңды асыр алдынан уйлап ал ни әйтереңде, сөнки һәр әйтелгән һүҙ беҙҙең үҙебеҙҙе ҡылыҡһырлай. Икенсенән, яғымлы һүҙҙәр һөйләгән ирендәр генә матур күренә.

12. "Әйттем бит", "шулай булырын белдем мин" тигән һүҙҙәрҙе эске комплекстары күп булған кешеләр генә ҡуллана. Герой булып күренгегеҙ килһә, һүҙ менән түгел, эш менән иҫбатлағыҙ.

13. Кеше күрәләтә яңылыш фекер йөрөтһә лә, үҙе төшөнмәйенсә, абынмайынса-һөрөнмәйенсә дөрөҫлөктө күрмәйәсәк. Уға аҡыл өйрәтәм тип ауырымаған башҡа таяҡ алырға мөмкин.

14. Талашты йә һүҙ көрәштереүҙе туҡтатыуҙың бер генә яҡшы ысулы бар: "эйе, һин һәр ваҡыттағыса хаҡлы" тиергә. Был көсһөҙ, мыжыҡ, үжәттәргә бик кәрәкле һүҙҙәр. Шунһыҙ улар тынысланмаясаҡ.

15. Яҡын кешеләрегеҙҙе, коллегаларығыҙҙы бер ҡасан да тыуған көндәре, байрамдар менән ҡотларға онотмағыҙ. Өс һүҙ йә Интернет селтәренән алынған бушлай открытка менән дә ҡотламаған кеше йә үтә лә ялҡау, йә моңһоҙ, йә үҙен генә яратҡан әҙәм.

16. Башыңа килгән һәр уйҙы ҡысҡырып әйтергә кәрәкмәй. Кеше һинең уй-кисерештәрең, һинең хыялдарың, проблемаларың менән генә йәшәргә тейеш түгел. Эштә лә, ғаиләлә лә осрай ундайҙар. Уларҙың тормошон сериал ҡарағандай күҙәтергә мәжбүрбеҙ.

17. Һәр һүҙгә сыпраңлама. Тыныс бул. Һәр нәмәнән йөй эҙләп, бер туҡтауһыҙ һөйләнеп йөрөмә. Ялҡыта ундай әҙәмдәр.

18. Йышыраҡ йылмайығыҙ. Ҡаштары төйөлөп, һөмһөрөһө ҡойолоп, бөтә нәмәгә зарланып йөрөүселәр менән кемдең аралашҡыһы килеп торһон? Башҡорт бер ҡасан да еңел йәшәмәгән. Хәҙерге барлыҡ заманында ҡәнәғәт булмау оятһыҙлыҡҡа бәрәбәр.

19. Кешене ғәфү итә белмәү үҙеңде Аллаһы Тәғәләнән юғары ҡуйып маташыуға тиң.

20. Булған-бөткән мөнәсәбәттәрҙе әленән-әле тикшереп, үткәндәрҙе уйлап, уйҙарҙан уйылып китергә була. Был файҙаһыҙ икәнен аңларға кәрәк. Уйҙар йонсотмаһын тиһәгеҙ, китап уҡығыҙ, эш менән булығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. "Мин бәхетһеҙ" тип мыжып, бер туҡтауһыҙ мөнәсәбәттәр асыҡлап ятыуҙан алға китеш булмаясаҡ.
 
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в