Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Август 2022, 13:27

Хаҡ түләтеү дөрөҫ булырмы?

Этте күршелә тамаҡ туйҙырһын өсөн алмайҙар.

grandgames.net
Фото:grandgames.net

“Үҫтереп, көҙ һатырбыҙ, тип 30-ҙан ашыу ҡаҙ алғайныҡ. Күптән түгел күршенең эте инеп, ҡош-ҡорттоң яртыһын тиерлек тамаҡлап сыҡҡан. Хаҡын түләттереп алырға теләйбеҙ, тик был динебеҙ ҡанундарына тура киләме икән?” Гәзит уҡыусыбыҙҙан килгән ошо һорауға дини китаптарға нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.

Ислам дине тормоштоң барлыҡ мәсьәләләрен үҙ эсенә алған: унда ғилем, мәғрифәт, ғаилә ҡороу, тән, рух сәләмәт­леген һаҡлау, башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәткә ынтылыу, хоҡуҡтарҙы яҡлау, һаҡлау һ.б. – барыһы ла бар. Изге ҡанун итеп индерелгән “Ҡөрьән Кәрим” хөкөм­дәрен пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең тормошо, ғәмәл-ғибә­ҙәттәре аша аңлатып, шәхси үрнәгендә күрһәтеп йәшәгән. Китапта әйтелгәндәрҙе хәҙистәре менән киңәйтеп, аныҡ миҫалдар нигеҙендә төшөндөргән. Ошоға ҡарап, мосолман төрлө өлкә буйынса һорауҙа­рына яуап таба, хаҡ юлдан тайпылмай йәшәй.

“Мосолмандың ҡулынан да, теленән дә башҡалар зарар күрмәҫкә тейеш”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Әлеге һорауға килгәндә иһә, күршенең хаҡын үтәргә бойорған. Уны яҡын кешеләр рәтенә ҡуйған. “Күршеләрең дүрт яғыңдан ҡырҡар өйҙә йәшәй”, – тигән. Тимәк, 160 йорт тигән һүҙ – тотош бер бәләкәй ауыл. Ана шулай бөтә кешенең бер-береһе менән дуҫ-татыу, күркәм мөнәсәбәттә йәшәргә тейешлеге – Исламдың оло тәрбиәһе. Пәйғәмбәребеҙ йәнә бер хәҙисендә: “Әгәр ҙә ки йорт һала икәнһең, күршеңдең өйөнә төшкән яҡтылыҡты ҡапламау зарурлығын онотма”, – тигән. Тимәк, алдан уҡ барлыҡ мәсьәлә хаҡында кәңәшләшеп эшләү, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү мөһим.

Тормош булғас, әлбиттә, аңғармаҫтан, белмәҫтән бер-береңә зарар ҡылыу осраҡтары ла килеп сыға. Әлеге һорауҙан күреүебеҙсә, ҡош-ҡортҡа, йорт хайуандарына бәйле аңлашылмаусанлыҡ тыуыуы ихтимал. Был осраҡта, әгәр ҙә күр­шеңдең эте һинең мөлкәтеңә зыян килтергән икән, хужаһы тейешле хаҡты түләргә тейеш. Борон ундай мәсьәләләр дини ҡанунға ярашлы хәл ителгән. Ҡазыйҙар барып тикшереп, зыян күләмен хисаплап, ғәҙел хөкөм сығарған. Иң мөһиме – ике яҡ та риза булырға тейеш. Юҡ икән, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡырҡыу­ланасаҡ, ә был уларҙың ғына түгел, тотош ҡәүемдең рухи сәләмәтлегенә кире йоғонто яһаясаҡ.

Хәҙер ауылдарҙа ҡазыйҙар ҙа, үткән быуаттағы кеүек, йәмәғәт судьялары ла юҡ. Тимәк, милкенә ҡаза килгән кеше иң тәүҙә күршеһе менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тейеш. Зыян күләмен бергә­ләп иҫәпләп сығарып, уртаҡ фекергә килеп, мәсьәләне теүәл хәл итеү кәрәк. Ниҙелер әйтмәйенсә ҡалдырып, аҙаҡ үпкәләшеп йөрөрлөк булмаһын. Шул саҡта ғына үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәт һаҡланыр, күрелгән ҡаза тиҙ онотолор.

Ғөмүмән, бындай бәләләр – Аллаһ Тәғәлә ебәргән имтихан ул. “Һеҙҙе ниндәй ҙә булһа хәүеф, аслыҡ, йәндәрҙең, мал­дың, емеш-еләктең кәмеүе менән һынай­быҙ”, – тиелгән Ҡөрьәндә. Тимәк, ошондай халәттән бер әҙәм балаһы ла ситтә ҡал­май. Һынауҙы лайыҡлы үткән­дәрҙең, кеше­лек сифаттарын юғалтмаған­дарҙың арта­банғы тормошонда бәрәкәт артыр, иншаллаһ.

Ә инде күршеһенең милкенә зыян килтергән яҡ хаҡ түләүҙән баш тартһа, төрлө сәбәп, һылтау менән ситкә тайпы­лырға тырышһа, дәүләт ҡанунына ярашлы, уны судҡа биреү юлы бар. Ҡош-ҡорт, мал аҫрау еңел эш түгел бит. Бының өсөн күп көс, сығым түгелә. Бөгөнгө ауылдарҙа тап ошондай кәсеп арҡаһында ғына көн күргән ғаиләләр бар.

Бер-беребеҙгә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ. Этте лә бит күршелә тамаҡ туйҙырһын, башбаштаҡлыҡ ҡылып йөрөһөн өсөн алмайҙар. Был йән эйәһен тотаһың икән, тейешенсә аҫрарға, хәстәр­лек күрергә бурыслыһың.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: