Бөтә яңылыҡтар
Иман
12 Август 2022, 13:28

Зәҡәт һәм ғөшөр саҙаҡаһы

madrasah2.ru
Фото:madrasah2.ru

Йәмғиәттә төрлө ҡатлам бар: байҙар, урта хәллеләр һәм ярлылар. Аллаһ Тәғәлә мохтаждарға ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен индергән. Дәүләттәге социаль яҡлау сараһы кеүек ул.

Хәллеләр байлығын үҙе өсөн генә файҙаланмаһын, фәҡирҙәргә лә өлөш сығарһын тигән ниәттә динебеҙҙә саҙаҡа төрҙәре булдырылған. Беренсеһе – зәҡәт. Уның алтын, көмөш баһаһы, мал иҫәбе буйынса айырым миҡдарҙары бар. Шуны ла иҫкә төшөрөп үтәйек: Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм баҡыйлыҡҡа күскәс, Әбүбәкер хәҙрәтте хәлифә итеп һайлаған ваҡытта ғәрәптәрҙең бәғзеләре зәҡәтте бөтөрөү теләген белдергән. Ә яңы башлыҡ уларға ҡаршы төшөп, саҙаҡаның был төрөн һаҡлап ҡалған, Пәйғәмбәребеҙ юлының дауам ителергә тейешлеген әйткән.

Ғөшөр саҙаҡаһы иһә бойҙай, арпа, картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм башҡа ерҙән алынған муллыҡ иҫәбенән (ундан бер өлөш) бирелә.

Ғөмүмән, мосолман биш намаҙҙан тыш ваҡытын хеҙмәттә үткәрергә, тапҡанынан мохтаждарға өлөш сығарырға тейеш. Мәғлүм ки, динебеҙҙә ялҡаулыҡҡа, әҙерҙе көтөп ятыуға, һаранлыҡҡа урын юҡ. Биргән саҙаҡаң үҙеңә бәрәкәт булып әйләнеп ҡайтып, тормошоңдо нурлай. Әлбиттә, был ғәмәлде изге теләктә, Аллаһтың рәхмәте өсөн башҡарыу зарур. Кире осраҡта, әгәр күҙ буяу, үҙеңде күрһәтергә теләү ниәте өҫтөнлөк итә икән, саҙаҡа Раббыбыҙ тарафынан ҡабул ҡылынмаҫ. Тимәк, ул бирелгән хәлдә лә бирелмәне тигән һүҙ. Шуның өсөн дә бар ғәмәлдәрҙе бүтәндәрҙең рәхмәтен алыу түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн башҡарырға тейешбеҙ. “Изгелекте башҡалар күрһен тигән маҡсатта эшләүҙе, маҡтаныуҙы Раббыбыҙ ҡабул ҡылмай”, – тигән Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм.

Саҙаҡаны Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн биреү зарурлығы хаҡында Ҡөрьәндә лә әйтелгән. “Хаҡ юлда ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер өләшеүселәр, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр”, – тиелгән “Әл-Бәҡара” сүрәһендә.

 

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: