Бөтә яңылыҡтар
Иман
14 Август 2022, 19:00

Хәйер таратырға ҡушманылар...

Ә һеҙҙең яҡта тәртиптәр нисек?

Хәйер таратырға ҡушманылар...
Хәйер таратырға ҡушманылар...

Бер көн ошондай хат алдыҡ.

“Мин икенсе тапҡыр кейәүгә сығып, алыҫ районға йәшәргә күстем. Үҙемә 47 йәш. Иремдең туғандары, күрше-күләндәр яҡшы ҡабул итте. Дуҫлашып йәшәп киттек. Ҡунаҡтарға, төрлө сараларға саҡыра башланылар. Әле яңыраҡ бер күршеләр аят ашына әйтте. Мәрхүм булған ата-әсәләре хөрмәтенә ҡөрьән уҡыттылар. Мин дә үҙемдең яҡындарымды уйлап, сауап алайым тип хәйерлектәр һатып алдым да, күршеләрҙә таратырмын тип алып барҙым. Тик беләһегеҙме, күршем минән тараттырманы. Үҙе, балалары, яҡын туғандары ғына хәйер өләште. Миңә иһә, “үҙеңдең өйөңдә аят уҡыт һәм шунда хәйер тарат, ә беҙҙең өлөшкә инмә”, – тине. Ныҡ аптыраным. Беҙҙең яҡта кем теләй, шул тарата. Миңә кеше килеп, хәйерен өләшһә, хатта ҡыуанамсы. Ә ни эшләптер иптәшемдең яғында улай ярамай. Күршемә әҙерәк үпкәләнем, тик табындың йәмен ебәрмәҫ өсөн өндәшмәй генә ҡайтып киттем.

Әлбиттә, беҙ үҙебеҙ ҙә уңайы сыҡҡан һайын аят уҡытып торабыҙ. Оҙаҡламай тағы үткәрербеҙ тип уйлайым. Әммә күршеләрҙәге хәл тыңғы бирмәй. Ысынлап, мин уларҙа таратһам, сауаптары өлөшөнә инәм буламы икән ни? Бәлки миңә лә башҡаса ҡунаҡтарҙан өлөштәрергә кәрәкмәйҙер? Һеҙҙең яҡта был йола нисек атҡарыла? Бәлки белгән кеше булһа аңлатыр”, – тип яҙылған унда.

Һеҙҙең ауылдарҙа был ғәмәл нисек атҡарыла? Уртаҡлашығыҙ әле.

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: