Бөтә яңылыҡтар
Иман
19 Август 2022, 16:59

“Мәрйәм” йәм һәм ғәм өҫтәр

Стәрлетамаҡ районында яңы мәсет асылды.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрада ауылында тарихҡа инеп ҡалыр сара булды – “Мәрйәм” мәсете асылды. Унда Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Айнур Бирғәлин, район хакимиәте вәкилдәре, имамдар, урындағы һәм төрлө яҡтан килгән халыҡ ҡатнашты.

Иман йорто 2016 йылда Марс Вахитовтың теләгенә ярашлы һалына башлай. Ул, төҙөлөш материалдары магазинын һатып, ҡатыны менән хаж ҡылырға бара. Мәккәгә барып ҡайтҡас, тыуған ауылында мәсет асырға ҡарар итә, изге ғәмә­ле менән Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә, үҙе­нән һуң рухи мираҫ ҡалды­рырға теләй. Урындағы халыҡ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мәсеттәренә йөрөгән диндарҙар, ошо ниәтте дәррәү күтәреп алып, ярҙам итә башлай. Марс Усман улының күршеһе Вәли Абайҙуллин да төҙөлөштә һәр саҡ ҙур терәк-таяныс була. Бергәләп өмәләр ойошторалар. Меценаттар Юнир Усманов, Айнур Ғәйнуллин, Айҙар Рәжәпов ҙур ярҙам күрһәтә: төҙөлөш материалдарына, эшселәр өсөн түләүгә аҡса бүләләр. Шулай уҡ Фәрит Минәжевте айырыуса билдәләргә кәрәк: ул, үҙенең кранын алып килеп, төҙөлөшкә даими булышлыҡ ҡыла.

Ошолай күмәк кешенең хеҙмәте һалынған мәсет әҙер. Ул ике ҡатлы, майҙаны – 30 х 13 квадрат метр. Бина асылған мәлдән үк бында доға, намаҙ уҡырға халыҡ күпләп килә.

Әлеге тантанала мөфтөй Айнур Бирғәлин төҙөлөшкә өлөш индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе. “Стәрле­тамаҡҡа ҡайһы яҡтан ғына инмә – барыһында ла мәсет ҡаршылай. Был, һис шикһеҙ, урындағы халыҡтың хаҡ юлға ынтылыуын сағыл­дыра, – тине ул сығышында. – Аллаһтың рәхмәтенә өлгәшеү теләгендә мәсет төҙөткән кешегә Раббыбыҙ ожмахта һарай һалыр, тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Әлеге изге эшкә өлөш индергән һәр кемгә оло сауап насип итһен”.

Урындағы хакимиәт вә­киле Илгиз Йәнәлиев был мәсетте “Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән районының берлек билдәһе” тип баһа­ланы. “Беҙҙә Иман йорттары йылдан-йыл арта. “Мәрйәм”, ҡалабыҙға ингән яҡты биҙәп, изге фатиха биреп торасаҡ”, – тине ул.

Һәр кем үҙ сығышында мәсеткә халыҡтың күпләп йөрөрөнә, унда йәмәғәт намаҙҙары ғына түгел, дини байрамдар, никахтар уҙға­рылырына, дәрестәр үткә­релеренә ышаныс бел­дерҙе. “Ошондай барлыҡ эш­тәр изге ниәттә һәм Раб­быбыҙҙың ризалығы өсөн башҡарылырға тейеш, – тине мөфтөй Айнур Бирғә­лин. – Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙисендә Рәсүл Әкрәм ғәләйһис-сәләм дә әйткән. “Изгелекте башҡа­лар күрһен өсөн ҡылыуҙы, маһайыуҙы, тәкәбберлекте Аллаһ ҡабул итмәй”, тигән ул. Ҡөрьәндә лә был турала күп төшөндөрөлә. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелә: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеү­селәр, хәйер биреүселәр, гүйә, орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Эйе, ихлас күңел­дән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә. Ошоно бер ҡасан да онотмаһаҡ ине”.

Дилбәр ИШМОРАТОВА 

Читайте нас: