Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Август , 09:32

Мосолмандар ауыр юғалтыу кисерҙе

Хәҙрәттең һигеҙ балаһы атайһыҙ ҡалды.

Мосолмандар ауыр юғалтыу кисерҙе
Мосолмандар ауыр юғалтыу кисерҙе

Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ өсөн ауыр яңылыҡ еткерәбеҙ. Кисә Ишембай районының имам-мөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов был донъянан китеп барған.

Илшат хәҙрәт күптән түгел генә имам-мөхтәсиб булып киткән. Әммә ул Ишембай районында исламды үҫтереү өсөн ҙур пландар ҡороп йәшәгән. Уны барыһы ла әүҙем ҡарашлы мосолман тип белә, халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған, башҡорт телендә дини китаптар сығарған, Ишембай ҡалаһында йәмиғ мәсете төҙөргә хыялланған.

Ул Башҡортостанға исламға әйҙәү йәһәтенән бик ҙур файҙа килтергән кеше. Шуныһы үкенес, уның һигеҙ балаһы етем ҡалған.

Илшат хәҙрәт сығышы менән Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынан. Ҡаланың 15-се мәктәбен тамамлағас, 1992-1994 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһында “Нуруль-Ислам” мәҙрәсәһендә белем ала. Унан һуң ике йыл Ишембай ҡалаһы мәсетендә имам-хатип ярҙамсыһы булып эшләй, халыҡҡа дини дәрестәр үткәрә, урындағы радио аша тапшырыуҙар алып бара. 1996-2001 йылдарҙа Мысырҙа Әл-Әзһәр университетында уҡып, юғары дини белемгә эйә була. Унан ҡайтҡас “Дәғүәт” нәшриәтен асып, дини китаптар сығарыу, ғәрәпсәнән, төрөксәнән, иҫке төрки теленән башҡортсаға тәржемә менән шөғөлләнә башлай. Шулар араһында Ҡөрьәндең беренсе мәғәнәүи тәржемәһе лә донъя күрҙе. Әйтергә кәрәк, Ҡөрьән тәфсире тура тәржемә булмағас, халыҡҡа күпкә аңлайышлыраҡ. Уның нәшриәтендә дини календарҙар ҙа сығарыла, ғәрәпсә өйрәнергә теләгәндәр өсөн ғәрәп теле әлифбаһы ла донъя күрә. “Дәғүәт” нәшриәте 20 йылға яҡын ошо йүнәлештә эшләп килә.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в