Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Август 2022, 18:34

“Уҡытыусың кем булды?”

Белемдең иң ҡәҙерлеһе – башҡалар менән бүлешелгәне.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Тиҙҙән – Белем көнө. Ошо уңайҙан динебеҙҙә уҡытыусы эшенә бәйле әйтелгән фекерҙәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Исламда уҡытыусылыҡ, остаз­лыҡ юғары урынға ҡуйылған. Улар “хаҡ фекер таратыусы”, “тура юлдан алып барыусы” тип нарыҡлана.

Аллаһ Тәғәлә Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уҡытыусы була­раҡ, уға бөтә ғилемде өйрәткән. Фәрештәләр быға ҙур борсолоу белдергән. “Эй, Раббым, әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң? – тип мөрәжәғәт иткән улар. – Уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмай, ерҙә тәртипһеҙлек ойоштороп ҡуйһа, ни ҡылырһың?” Яуап иһә шулай яңғыраған: “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ – мин уға ғилем бирҙем”. Ошо һүҙҙәр кешелектең йәшәйеш нигеҙе булып тора. Тормошта барыһы ла аң-белемгә бәйле. Аллаһ Тәғәлә беҙҙе башҡа йән эйәләренән өҙлөкһөҙ ғилем туплау мөмкинлеге менән өҫтөн иткән, был ышанысты аҡларға бурыслыбыҙ. Ә ошондай хаҡ юл башында уҡытыусы тора.

Мәғлүм ки, борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән “Нимәгә өйрәндең?” тип һорама­ғандар, ә “Уҡытыусың кем булды?” тип белешкәндәр. Ошо яуап барыһын да аныҡлаған. Баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусы­ның өлөшө ифрат ҙур. Уны скульптор менән сағыштырырға мөмкин. Был оҫта таш киҫәген сүкей-сүкей ниндәйҙер һын яһап ҡуя, шуның шикелле уҡытыусы ла йәш быуынды “әүәләй”.

“Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ә белем донъяһы, мәғлүм ки, ифрат киң, иге-сиге булмаған даръяға тиң.

Шул уҡ ваҡытта ғилем төрлө фәндәрҙе өйрәнеү, эҙләнеү, тикшереүгә генә ҡайтып ҡалмай. Ул – ғәжәп киң төшөнсә. Белемле кеше тәү сиратта тәрбиәле, әҙәпле, иманлы була. Ул бер ваҡытта ла үҙен әллә кемгә ҡуймай, тәкәббер­ләнмәй. Быға иң ҙур миҫал — Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәм­бәребеҙ Раббыбыҙҙан бирелгән ҙур ғилеме менән һис ҡасан маһай­маған, киреһенсә, уны таратҡан. “Белемдең иң ҡәҙерлеһе, бәрәкәт­леһе – башҡалар менән бүлешел­гәне”, – тип өйрәтә динебеҙ.

Ошо һүҙҙәргә бәйле фекер йөрөткәндә лә, уҡытыусыларҙың баһаһының ни ҡәҙәр юғары икәненә төшөнәбеҙ. Белемен даими камил­лаштырған, уны йәш быуынға түк­мәй-сәсмәй еткергән, һәр кемгә тигеҙ иғтибар бүлгән, күңел йылы­һын биргән мөғәллимдәребеҙҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Тимәк, уларға ҡарата хөрмәт тә ҙур булырға тейеш. Бөйөк һөнәр эйәләренә Белем кө­нөндә генә түгел, һәр саҡ ихтирам күрһәтеп йәшәргә, йылы һүҙҙә­ребеҙҙе йәлләмәҫкә бурыслыбыҙ. Шул саҡта йәш быуынды ғилемле лә, тәрбиәле лә итеп үҫтереү ниәтебеҙ тормошҡа ашыр, иншаллаһ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: