Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Август 2022, 23:45

Аҡсаһы күп кеше түгел, балаһы һау кеше бәхетле. Тыныс йоҡо!

Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәйек. Туғыҙ тура әйтелгән, тәрән мәғәнәле афоризмды хәтергә һалып ҡуяйыҡ. 

Аҡсаһы күп кеше түгел, балаһы һау кеше бәхетле. Тыныс йоҡо!
Аҡсаһы күп кеше түгел, балаһы һау кеше бәхетле. Тыныс йоҡо!

Был тормошта иң ҡиммәтле һүҙ – кешегә тере сағында әйтелгән йылы һүҙ.

Аҡсаһы күп кеше түгел – балаһы һау кеше бәхетле.

Әйткән һүҙҙәр өсөн ҡайһы саҡ үкендерә. Шуға әйтмәй ҡалған һүҙҙәр өсөн үкенмәгеҙ.

Һинең арттан һәр ваҡыт өсәү күҙәтә: юғарынан – Аллаһ, эстән – намыҫ, тыштан – кешеләр.

Һинең турала яҡшы, ә башҡалар тураһында насар һөйләгән кешегә ышанма.

Рәхмәтле булып йәшәй белгән кешенең доғаһы бары ике һүҙҙән тора — «Аллаһҡа шөкөр!»

Матурлыҡ – иғтибарҙы, изгелек йөрәкте яулай.

Бүләк ит һәм онот! Ал һәм иҫеңдә тот!

Был донъянан үҙең менән бер нәмәне лә алып китеп булмай. Ләкин үҙеңдән һуң нимәлер йә кемделер ҡалдырырға була.

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәре.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: