Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Август 2022, 11:15

Дин әһеленең ижадына арналған саралар үтә

Башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау, халҡыбыҙҙа, балалар араһында бөйөк шәхестәргә ҡарата тәрән ихтирам уятыу  маҡсатында ойошторола улар

Дин әһеленең ижадына арналған саралар үтә
Дин әһеленең ижадына арналған саралар үтә

2022 йылдың 16 сентябрендә Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә башҡорт дин әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы һәм шағир Ғабдулла Сәиди Нурмөхәмәтовтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған “Башҡорт мәғрифәтселегенең тарихи ҡомартҡыларын һаҡлау” исемле республика фәнни-ғәмәли конференция үтә. Сара сиктәрендә бөйөк аҡыл эйәһенең ижадына арналған балалар һәм өлкәндәр араһында төбәк-ара бәйге лә ойоштороласаҡ.

  1. Бәйге өс категорияла уҙа:

а) 1-5 синыфтар;

б) 6-11 синыфтар;

в) өлкәндәр

  1. Өс номинацияла:

- мөнәжәт – (яңғыҙ һәм ансамбль башҡарыу);

- шиғыр (нәсихәттәр);

- дини темаға һүрәт төшөрөү.

 

Ҡатнашырға теләүселәр  түбәндәге төркөмгә үҙ сығыштарын ҡуя ала. vk.com/gabdullasaidi

Фото: "Бәйләнештә"ге сәхифәнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: