Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Август 2022, 21:30

Имам-хатип ауылдаштарына рәхмәт белдерә

"Беҙҙең Ураҙбай халҡы ныҡ берҙәм, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер". 

Имам-хатип ауылдаштарына рәхмәт белдерә
Имам-хатип ауылдаштарына рәхмәт белдерә

“Йәмәғәт, бөгөн ошо тупраҡты мәсет эсенә ташыйыҡ әле. Ямғыр яуып һыуланғансы тип уйлағайным”. Ишембай районының Ураҙбай ауылы мәсете имам-хатибы Фәрүәр Янбаев “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге ауылдың төркөмө аша кешеләргә шулай тип мөрәжәғәт итә.

Ураҙбайҙар изге эшкә дәррәү йыйыла. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, тиҙ арала тупраҡты ташып та ҡуялар.

– Беҙҙең мәсет бинаһы элегерәк ашығып төҙөлгән, нигеҙе төплө түгел ине. Ҡыш һалҡын, һәр ваҡыт юғары температура тоторға тура килә. Шуға күрә быйыл тупраҡ менән нигеҙен нығытырға булдыҡ. Был, әлбиттә, бер кешенең эше түгел, берләшер кәрәк. Шөкөр, ауылдаштарыбыҙ берҙәм, ярҙам итергә һәр саҡ әҙерҙәр, – ти ауыл муллаһы.

Имам-хатип ярҙам иткән һәр кемгә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

– Өс малай бар: Илназ менән Линер Ғафаровтар, Илназ Шәрәфетдинов. Ауылда мәктәптә уҡып йөрөйҙәр, шул тиклем аҡыллы, тырыш малайҙар. Яҙ мәсетте кәртәләгән саҡта ла ярҙам иткәйнеләр, был юлы ла ихлас теләп килделәр, бар ауыр эште башҡарҙылар, - ти ул.

Шулай уҡ ағай Һәҙиә Хәйруллина, Фәнилә Мирғәлимова, Әнисә Ишмырҙина, Розалия Сөләймәноваға бик рәхмәтле имам-хатип. Был апайҙар ҙа өмәнән бер ҡасан ситтә ҡалмай. Ярҙам да итә, тәмле аш-һыу бешереп тә һыйлай.

– Әнисә менән Розалия һылыуға ҙур рәхмәт. Уларға әйтеп тороу кәрәк түгел, бар эште үҙҙәре белеп башҡара. Клубҡа барған ыңғайы гөлдәргә һыу һибәләр, утайҙар, бар эшкә шәптәр. Ғөмүмән, ауылдаштарым һоҡланғыс. Аллаһ Тәғәлә һәр береһенә сауабын насип итһен, - ти Фәрүәр Янбаев. 

Фото: Фәрүәр Янбаев. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: