Бөтә яңылыҡтар
Иман
2 Сентябрь 2022, 16:18

“Ауылдаштарыма рәхмәт!”

Ишембай районының Ураҙбай халҡы мәсетте бергәләп хәстәрләй.

Фәрүәр Янбаев фотолары.
Фото:Фәрүәр Янбаев фотолары.

“Йәмәғәт, бөгөн ошо тупраҡты мәсет нигеҙенә ташып һалайыҡ әле. Ямғыр яуып һыуланмаҫ элек”. Ишембай районының Ураҙбай мәсете имам-хатибы Фәрүәр Янбаев ауылдың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмө аша кешеләргә шулай тип мөрәжәғәт итә.

Ураҙбайҙар изге эшкә дәррәү йыйыла. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, тиҙ арала тупраҡты ташып та ҡуялар.

“Беҙҙең мәсет бинаһы элегерәк ашығып төҙөлгән, нигеҙе ныҡлы түгел ине. Ҡыш эстә һәр ваҡыт юғары температура тоторға тура килә, шуға күрә быйыл нигеҙгә тупраҡ һалып нығытырға булдыҡ. Был, әлбиттә, бер кеше­нең көсө етерлек эш түгел, берләшергә кә­рәк. Шөкөр, ауылдаштарыбыҙ берҙәм, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер”, – ти ауыл муллаһы.

Имам-хатип ярҙам иткән һәр кемгә ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. “Өс малай бар: Илназ менән Линер Ғафаровтар, Илназ Шәрәфетдинов. Ауыл мәктәбендә уҡып йөрөйҙәр, шул тиклем аҡыллы, тырыш балалар. Яҙ мәсетте кәртәләгән саҡта ла ярҙам иткәйнеләр, был юлы ла ҙур теләк менән килделәр, бар ауыр эште башҡарҙылар”, – тип йәш быуындың да дини ҡиммәттәргә ихтирамлы булыуына, хаҡ юлға ынтылыуына һөйөнә Фәрүәр Янбаев.

Ул шулай уҡ Һәҙиә Хәйруллина, Фәнилә Мирғәлимова, Әнисә Иш­мырҙина, Розалиә Сөләймәноваға рәхмәт әйтә. Был апайҙар өмәнән бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Ярҙам да итәләр, халыҡты тәмле аш-һыу бешереп тә һыйлайҙар. “Уларға әйтеп тороу ҙа кәрәк түгел, бар эште үҙҙәре белеп башҡаралар. Мәсеттәге, уның биләмәһендәге сәскә-гөл­дәргә һыу һибәләр, утайҙар, бар эшкә өлгөр­ҙәр. Ғөмүмән, бар ауылдаштарым менән ғорурланам. Аллаһ Тәғәлә һәр береһенә сауабын насип итһен”, – ти Фәрүәр Янбаев.

Мәсетле ерҙә йәшәгән халыҡ бәхетле. Ошоно аңлап, тормошон бәрәкәтлерәк итергә тырышҡан ураҙбайҙар оло хөрмәткә лайыҡ. Билдәле булыуынса, Исламдың төп нигеҙе – берҙәмлек, сабырлыҡ һәм туҡтауһыҙ хеҙмәт. Тормош тап ошо сифат-ғәмәлдәр арҡаһында алға бара. Әҙәм балаһы, ниндәй генә ауырлыҡ килмәһен, берҙәм, сабыр булырға, ваҡытын бушҡа сарыф итмәй, файҙалы хеҙмәткә бүлергә тейеш. Ошо ҡанун-ҡағиҙәне тормош нигеҙе итеп алып, изге төйәгенең, тыуған нигеҙенең ҡотон һаҡлап, ырыҫын арттырып йәшәгән Ураҙбай халҡына артабан да уңыштар насип булһын. “Фанилыҡта мәсет төҙөткән кешегә ахирәттә һарай һалдырырмын” тиелгән Ҡөрьәндә. Шул уҡ ваҡытта ошо оло эшкә бәләкәй генә, әммә ихлас күңелдән өлөш индергән әҙәм балаһы ла ҙур сауап алыр, тип өйрәтә динебеҙ. “Аллаһ юлында ярҙам күрһәтеү, изгелек ҡылыу, гүйә ки, орлоҡ кеүек. Ул, үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” – тиелә “Әл-Бәҡара” сүрәһендә.

-  Ә. ӘЙҮПОВА

Читайте нас: