Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Сентябрь 2022, 16:00

Ғабдулла Сәидиҙең дәфтәрҙәре табылған

Ике ҡулъяҙма дәфтәр ниндәй сер һаҡлай икән?

Ғабдулла Сәидиҙең дәфтәрҙәре табылған
Ғабдулла Сәидиҙең дәфтәрҙәре табылған

Башҡортостанда Ғабдулла Сәидиҙең XIX быуаттағы ҡулъяҙмалары табылған. Иҫке төрки телендә яҙылған ике ҙур китап. Бал хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов хәбәр итә.

"Бер-ике аҙна элек мин Ғабдулла Сәиди тураһында яҙҙым, бөгөн миңә уның ҡулъяҙмаларын алып килделәр. Был дәфтәрҙәр, Рәсәйҙә Ислам тарихын өйрәнеү, беҙҙең төбәктең, халыҡтың үткәнен белеүгә ҙур фәнни ҡыҙыҡһыныу уята. Уларҙы ҡулда тотоу бик тулҡынландырғыс. Ни генә тимә XIX быуат! Үҙе тере саҡта изге тип һаналған кешенең дәфтәре. Шәхсән үҙем өсөн уның мәғрифәтсе эшмәкәрлеге ҡыҙыҡлы", — тип яҙған Азат Бадранов.

Ҡулъяҙмалар сканерлау өсөн республиканың Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәевҡа тапшырылған. Артабан был сығанаҡтар тикшеренеүселәр һәм тәржемәселәргә тапшырыласаҡ.

Мәғрифәтсе һәм дин эшмәкәре Ғабдулла Сәиди XIX быуат аҙағында хәҙерге Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында йәшәгән. Үҙ ваҡытына күрә бик абруйлы һәм алдынғы ҡарашлы шәхес булған. Йылына 400-гә тиклем кешегә белем биргән. Мәҙрәсәһендә дини фәндәрҙе генә түгел, геология, тау, химия һәм башҡа нигеҙҙәрҙе лә уҡытҡан. Йыл һайын Ғабдулла Сәидиҙең ҡәберенә Рәсәй һәм Урта Азия төбәктәренән хаж ҡылыусылар килә. Элекке яҙмаларының береһендә Азат Бадранов Хәҙрәт йортон тергеҙергә һәм уны музей итергә тәҡдим итә.

 

Фотолар Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Ғабдулла Сәидиҙең дәфтәрҙәре табылған
Ғабдулла Сәидиҙең дәфтәрҙәре табылған
Ғабдулла Сәидиҙең дәфтәрҙәре табылған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: