Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Сентябрь 2022, 11:09

“Тағы эсеп ҡуймаһын...”

Әҙәмде хеҙмәт тәрбиәләй.

11 сентябрҙә Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө билдәләнә. Ул заманында тап дини ойошмалар тарафынан башланғыс алған. Эскелектең һәр кеше, айырым ғаиләләр, тотош йәмғиәт өсөн ни тиклем  аяныслы хәл икәнен йәнә бер иҫбатлаған, был бәләне бергәләп көрәшкәндә генә еңеп буласағына төшөндөргән айыҡлыҡ көнө бөгөн дә  үтә мөһим. Республикабыҙҙа быйыл да был көндә төрлө спорт, белем биреү саралары, иҫкәртеү рейдтары, флешмобтар үткәреү планлаштырылған. Аңлатыу эштәрендә дини ойошмалар вәкилдәренең дә әүҙем ҡатнашыуы көтөлә.    

Айыҡлыҡ көнөнә бәйләп, гәзит уҡыусыбыҙҙан килгән бер хатҡа дини китаптар, дини остазда­рыбыҙҙың әйткәндәренә нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.

“Эскелек һаҙлығына батып барған ирем махсус медицина ысулы буйынса дауаланғайны. Тәүге көндәрҙә үҙен үҙгәрткән кеүек булды: шул ҡәҙәр хәстәрлекле, ярҙамсыл, яуаплы... Бығаса тотонмаған эштәрен тиҙ арала башҡарып ҡуйҙы, кәртә-ҡураны йүнәтте, хатта балаларҙың спорт ярышындағы сығышын барып ҡараны. Ҡыуанысымдың сиге юҡ ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡапыл кире үҙгәрҙе. Енләнә, ҡысҡырына, ғәйеп өйә... Эсеп кенә ҡуймаһын инде тип ҡурҡам, көн дә хәүеф уты йотам. Дин юлына баҫтырырға ине үҙен. Тик ҡалайтып?” – тип яҙа гәзит уҡыусыбыҙ.

Хаҡ юлдан тайпылған әҙәм яҡын­дарына ни тиклем ғазап, әрнеү, ыҙа килтерә... Йорт усағын һаҡларға, балаларын наҙлап үҫтерергә тейешле гүзәл зат ошондай һыҡра­ныуҙар кисереп, ҡурҡып, хәүеф­ләнеп йәшәргә тейешме? Ирмен тигән ир үҙенең баһаһын белергә, ғаиләһен хөрмәт итергә, яҡларға, һаҡларға бурыслы. Был – тотош милләттең, өммәттең, дәүләттең ныҡлығы нигеҙе. Ә хәрәм юлдан китеп, түбәнселеккә төшкән ирҙәр ғаиләһен рухи яҡтан ҡаҡшатҡанын, барлыҡ көслө затҡа кире ҡараш тыуҙырыу, иленең ҡеүәтен төшөрөү ихтималлығын аңлаймы?..

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡ берәү генә түгел. Әлеге хатты яҙған ҡәрҙәшебеҙҙең ире, әл-хәмдү лил-ләһ, хаҡ юлға табан боролған. Тәүге аҙым яһалған. Хәҙер инде уға ошо юлға ныҡлы баҫып, алға барыу өсөн көс кәрәк. Бындай ихтыярҙы ҡайҙан алырға? Һис һүҙһеҙ, тәү сиратта эргә-тирәңдә таҙа мөхит булдырыу зарур: яныңда һиңә яҡшылыҡ теләгән, дөрөҫ кәңәш бирә, күңелеңде үҫтерә алған, элекке яман холҡоңдо иҫеңә төшөрмәй, яңы хаҡ шөғөлдәргә, файҙалы ғә­мәлдәргә ылыҡтырырға тырышҡан, барыһын да булдыра алырыңа инандырған, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер кешеләр булырға тейеш. Әҙәмде хеҙмәт тәрбиәләй. Ҡул ҡаушырып ултырмай, һәр саҡ хәрәкәттә булыу зарур. Юҡһа, күңелгә “саң” ҡуна башлауы ихтимал. Донъя – һынау йорто. Иртән уянған әҙәм балаһының алдында ике юл тора: беренсеһе – Аллаһ рәхмәтенә өлгәшеү, икенсеһе – шайтанға эйәреп ситкә китеү. Иблис бит кешене һағалап ҡына тора: “йомшаҡ” яғын һиҙеү менән үҙ яғына ауҙарырға әҙер. Ә аҙаштырыу юлдары ифрат күп уның: эскелек, хәрәмгә ынтылыу, ғаиләне тарҡа­тыу, ата-әсәңде, туғандарыңды һанға һуҡмау, бүтәндәрҙе лә хөрмәт итмәү, отош уйындары, тәкәбберлек, уғрылыҡ...

Ошо яманлыҡтарҙан һаҡланыр­ға, тайпылырға көс тапҡан ҡәрҙә­шебеҙгә, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә артабан да көс бирһен, үҙ-үҙенә ышанысын арттырһын. Был ирҙең, тәүге аҙымды яһағас, уның әле ике юл араһында тороп ҡалған сағылыр. Ошо урында билдәле хикмәттәрҙең береһен иҫкә төшөрәйек.

Олатай ейәненә һөйләй икән: “Әҙәм балаһының күңелендә ике бүренең алышына оҡшаш көрәш бара. Тәүгеһе яманлыҡты, хәрәм юлды өҫкә сығарырға теләһә, икенсеһе иман, тыныслыҡ, мөхәббәт, өмөт, дөрөҫлөк, изгелек, тоғролоҡ яҡлы”. Уйға ҡалған ейәне һорап ҡуя: “Ә ҡайһыһы еңә һуң?” Яуап шулай яңғырай: “Ҡайһыһын күберәк ашатаһың – шуныһы”.

Ошо һәм башҡа хикмәттәрҙе, Ҡөрьән аяттарын, Пәйғәмбәре­беҙҙең хәҙистәрен иҫкә алып, ике юл сатында торған кешене һаҡлыҡ менән генә хаҡлыҡ яғына ыңғай­латыу кәрәк. Был, әлбиттә, еңел эш түгел, күп көс талап ителәсәк. Алда әйтелгәнсә, янында тик изгелек теләгән, барыһын да булдыра алырына ышандырған, тимәк, уны яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр тупланыуы, тик яҡшы хәбәрҙәр еткерелеүе, төрлө файҙалы шөғөлгә, хеҙмәткә ылыҡтырылыуы мөһим. Ә “дин юлына баҫтырырға ине” тигән теләк тормошҡа ашһын өсөн ваҡыт кәрәк. Әҙәм балаһының күңеленә барыһы ла яйлап-яйлап һалына, күл дә бит тамсынан йыйыла. Динебеҙҙә көсләү, мәжбүрләү ғәмәле юҡ. Кеше үҙе аңлап, хаҡ мәғлүмәттәрҙе өйрәнеп, хәләл юл менән ризыҡ тапҡан, ғаиләһен, милләтен, өммәтен, илен хәстәрләп йәшәгән өлгөлө ҡәрҙәштәренең тормошонан үрнәк алып, һығымта яһаһа, дөрөҫ йүнәлеш һайлар. Ҡәрҙәшебеҙ ҡурҡмаһын, хәүефләнмәһен ине. “Шикләнеп йөрөүҙән ситтә бул, – тип өйрәтә динебеҙ. – Ул сәләмәт кешене лә ауырыуға һабыштыра”.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: