Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Сентябрь 2022, 21:24

“Гөлназ” Тәтешлегә ҡеүәт өҫтәр

Эшҡыуарҙар диндең үҫешенә ҙур өлөш индерә.

vk.com/fshaikhislamov
Фото:vk.com/fshaikhislamov

Республикабыҙҙың район-ҡалаларында Иман йорттары асыу, иҫкергән биналарҙы яңыртыу эше өҙлөкһөҙ дауам итә. Ғибәҙәтханаларҙың һәр урында социаль объекттар менән бер рәттән төҙөлөүе, был ғәмәлде бойомға ашырыуға халыҡтың ихлас ҡушылыуы диндең тормошобоҙ нигеҙе икәненә төшөнөү хаҡында һөйләй.

Мәҫәлән, күптән түгел Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында күркәм сара уҙҙы – “Гөлназ” тип аталған мәсетте асыу танта­наһы булды. Боронғо ғибәҙәтхана нигеҙендә ҡалҡып сыҡҡан мөһабәт Аллаһ йорто шәхси эшҡыуар Айҙар Харисовтың тәҡдиме һәм матди ярҙамы менән төҙөлгән, урындағы халыҡ, етәкселек ихлас күңелдән булышлыҡ ҡылған. Район хаки­миәте башлығы Фәнүр Шәйхис­ламов та, изгелекле йүнселгә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, социаль селтәрҙәге сәхифәһенә тантананан фотоһүрәттәр ҡуйған. “Айҙар Рафаэль улына төбәгебеҙ халҡы мән­фәғәтендә башҡарған мәрхәмәтле ғәмәле өсөн ҙур рәхмәт! Динебеҙҙә әйтелеүенсә, мәсет төҙөлөшөнә бәләкәй генә өлөш индергән кешегә лә ожмахта урын әҙерләнә башлай. Иман йортон һалыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә сауабы насип итһен. Мәсетте асҡанда әйтелгән барлыҡ теләктәр тормошҡа ашһын, халҡыбыҙ тура юлға баҫһын”, – тип яҙған район етәксеһе.

Тантаналы сарала эргә-тирәләге райондарҙан, ҡырҙан килгән кешеләр ҙә күп булды. Мәҫәлән, Яңауыл һәм Ҡалтасы районда­рының имам-ахуны Ибраһим хажи хәҙрәт Абзалетдин әйтеүенсә, улар һәр саҡ ҡатнашып йәшәй, эшләй, ярҙам итешә. Аллаһ юлында шулай уртаҡ маҡсатлы, берҙәм булыу зарур.

– “Әҙәм балаһы миңә табан атлап килһә, уның ҡаршыһына йү­гереп барырмын” тиелгән изге Ҡөрьәндә. Тимәк, Аллаһҡа яҡынай­ған һайын тормошобоҙҙа бәрәкәт артыр. Күмәкләп тотонғанда, Раб­быбыҙ рәхмәтендә барыһын да атҡарып сығырға була, – тип фе­керҙәрен уртаҡлашты имам-ахун.

Республикабыҙҙа модулле мәсеттәрҙе асыу ҙа дауам итә. Күптән түгел Күмертау ҡалаһы янында, Р-240 менән Р-361 оло юлдары киҫелешендә ошондай ҡоролма ҡуйылды. Ул “Бабай” ка­феһы биләмәһендә – хужалары ошонда ҡуйырға үҙҙәре тәҡдим иткән. Башҡортостан мосолманда­ры Диниә назаратынан хәбәр итеү­ҙәренсә, был – Башҡортос­танда туғыҙынсы модулле мәсет. Уларҙы йыйыу һәм ҡуйыу мәрхә­мәтле ҡәр­ҙәштәребеҙ биргән аҡса иҫәбенә башҡарыла. “Республика эшҡыуар­ҙары ара­һында диндең тормошта ни тиклем әһәмиәтле икә­нен аңлағандар, хаҡ юлға баҫҡандар арта. Кәсептәренә бәрәкәт насип итһен! Трассаларҙа ғибәҙәтханалар булдырыу юл буйы инфра­струк­ту­раһының үҫешенә лә ныҡлы этәр­гес бирә”, – ти мөфтиәт вәкилдәре.

Улар әйтеүенсә, әле тағы өс модулле мәсет йыйылған, уларҙы урынлаштырыуға әҙерлек бара..

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: