Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Сентябрь 2022, 21:00

Ислам нигеҙҙәренә таянып йәшәйбеҙ

Халҡыбыҙҙың Исламды ҡабул итеүенең 1100 йыллығына, шулай уҡ Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндең Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй вазифаһында хеҙмәт итеүенә ҡырҡ йыл тулыуға арналған конференция башланды.

Ислам нигеҙҙәренә таянып йәшәйбеҙ
Ислам нигеҙҙәренә таянып йәшәйбеҙ

“Диндәге традицион ҡиммәттәр: диалог һәм хеҙмәттәшлек” - ошондай темаға бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында XIV халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция башланды. Ул халҡыбыҙҙың Исламды ҡабул итеүенең 1100 йыллығына, шулай уҡ Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндең Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй вазифаһында хеҙмәт итеүенә ҡырҡ йыл тулыуға арналды.

Халыҡ-ара конференция республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар ҡабул итте, 500-ләп кешене тупланы. Алдан журналистарға биргән интервьюһында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев был сараның дөйөм Рәсәй байрамы булыуы тураһында белдерҙе. "Исламды ҡабул итеүебеҙҙең 1100 йыллығы уңайынан мосолмандар йәшәгән төбәктәрҙә саралар уҙғарыла. Беҙ был эстафетаны Татарстандан ҡабул итеп алдыҡ. Иң аҙаҡтан Силәбе өлкәһендә Рәсүл уҡыуҙары буласаҡ. Өфөләге был сараға 20-ләп илдән ҡунаҡтар килде. Унда дини белем биреү үҫеше һәм рухиәткә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшереләсәк. Конференция беҙҙең совет, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары ярҙамы менән уҙғарыла", - тине ул.

Конференция Ҡөрьән аяттары уҡыу менән башланып китте. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт–конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов тәбрикләне. Ул республикабыҙҙа төрлө диндәге 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәренең дуҫ һәм татыу йәшәүен билдәләне.

"Милләт-ара килешеп ғүмер итеү – беҙҙең дөйөм ҡаҙанышыбыҙ. Бер-беребеҙҙең йолаларын хөрмәт итеү - быуаттар дауамында һаҡланып килгән йәшәү нигеҙебеҙ", - тине ул.

Үҙенең сығышында ул шулай уҡ Башҡортостанда белем биреүҙә традицион Ислам нигеҙҙәре һаҡланыуын, бында илдең мосолман элитаһы булдырылыуын билдәләп үтте. Өфөлә Рәсәй Ислам университетының яңы корпустары асыласағы тураһында ла хәбәр итеп, был ваҡиғаны революцияға тиклемге осорҙа баш ҡалабыҙҙа мәҙрәсәләр һалыу йолаһын дауам итеү тип белдерҙе.  

Билдәле булыуынса, бөгөн Башҡортостандың мосолман уҡыу йорттарында 1400-ҙән ашыу шәкерт белем ала. Ислам университеты Яҡын Көнсығыш һәм Үҙәк Азияның танылған дини белем биреү үҙәктәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.

Рәсәй ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне, Тәлғәт Тажетдин тураһында ла күп йылы һүҙҙәр әйтте. "Бынан ҡырҡ йыл элек Тәлғәт хәҙрәт Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратына етәксе итеп ҡуйылғанда уның ҡарамағында барлыҡ ил буйынса 90 ғына мәсет бар ине, хәҙер иһә - ете меңдән ашыу. Был - оло ҡаҙаныш. Ошо эштәрҙең башында Тәлғәт Сафа улы торҙо", - тине Артур Сөләймәнов.

Артабан сараны төрлө темаларға докладтар дауам итте. Дингә бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирелде.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: