Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Сентябрь 2022, 19:00

Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа

Өфөлә уҙғарылған “Диндәге традицион ҡиммәттәр: диалог һәм хеҙмәттәшлек” ғилми-ғәмәли конференцияһында ошо фекер нығынды.

Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа
Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа

Халҡыбыҙҙың Исламды ҡабул итеүенең 1100 йыллығына, шулай уҡ Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй вазифаһында хеҙмәт итеүенә ҡырҡ йыл тулыуға арналған “Диндәге традицион ҡиммәттәр: диалог һәм хеҙмәттәшлек” темаһы буйынса саралар бөгөн икенсе көн дауам итә.

2022 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһе буйынса илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә юбилей саралары билдәләнә. Был күп милләтле Ватаныбыҙ һәм тотош мосолман донъяһы өсөн юғары ижтимағи әһәмиәткә эйә.

Өфөлә уҙғарылған сараға Рәсәйҙең дини, дәүләт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, тарихсылар йыйылды. Шулай уҡ Афғанстан, Болгария, Мысыр, Һиндостан, Иордания, Марокко, Төркиә, Ливан һәм башҡа илдәрҙән дә бик күп ҡунаҡ килде.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиновтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәрҙе. Барлыҡ кешеләр араһында бер-береңә ихтирам, татыулыҡ булырға тейеш тигән фекергә нигеҙләнде уның сығышы. Юғары мөфтөй шулай уҡ илебеҙҙә, республикабыҙҙа мәсеттәр һаны артыуын да билдәләне: “Башҡортостанда 42 йыл элек 16 мәсет булһа, әле улар 1400-гә етеп килә. Кисә Өфөлә генә ике мәсеткә нигеҙ һалынды, берәү асылды”, - тине.

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев та халыҡтарҙың татыу, берҙәм булыу мөһимлеген билдәләне.

"Күп быуаттар дауамында Башҡортостан 100-ҙән ашыу халыҡ вәкиленең, барлыҡ традицион конфессияларҙың дөйөм йортона әүерелде. Милләт-ара, дин-ара килешеп йәшәү, мәҙәниәттәр диалогы – атай-олатайҙарыбыҙҙан ҡалған төп мираҫ. Сараларҙы төрлө дин вәкилдәре менән бергә уҙғарабыҙ, бер-беребеҙҙең уңыштарына шатланабыҙ, уртаҡ киләсәк төҙөйбөҙ. Ә бөгөн Рәсәйҙең барлыҡ халыҡтары Ватанды һаҡлау, дөйөм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында бергә тупланды", - тине сығышында Урал Килсенбаев.

Салауат һәм Күмертау епископы Николай, Өфө ҡалаһының һәм Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевский һәм башҡалар ҙа ултырышта фәһемле фекерҙәрен еткерҙе.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙың береһе - Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре Диниә назараты рәйесе мөфтөй Ринат Раев менән дә әңгәмәләшеү форсаты тейҙе, ул киләсәктә ошондай сараларға йәштәрҙе күберәк йәлеп итеү кәрәклеген билдәләне. "Был конференцияға 14-се тапҡыр йыйылабыҙ. Мосолмандарҙың ғына түгел, барлыҡ дин вәкилдәренең бер һүҙле булып эшләү маҡсатын ҡуя әлеге осрашыу. Силәбе өлкәһендә лә алдағы көндәрҙә ҙур саралар ҡаралған – ике мәсет асырға ниәтләйбеҙ, шулай уҡ Троицк ҡалаһында “Рәсүл уҡыуҙары” ғилми-ғәмәли конференцияһы ла үткәреләсәк. Беҙҙә дини белем алыу мөмкинлеге бар – Троицк ҡалаһында 2018 йылдан “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе эшләп килә. Былтыр тәүге сығарылыш булһа, быйыл да 100-ҙән ашыу шәкерт ҡабул иттек, улар араһында Бшҡортостандандың Учалы, Әбйәлил яҡтарынан уҡыусылар күп. Ҡурған өлкәһендә лә дини белем биреүгә иғтибар ҙур. Сафакүл ауылында балалар өсөн рухи-тәрбиәүи үҙәк эшләй, унда 6 - 11-се класс уҡыусылары шөғөлләнә. Көндөҙ мәктәптә уҡыһалар, кис дини белем һәм тәрбиә алалар", - тине Өфөләге Рәсәй Ислам университетының элекке ректоры Ринат хәҙрәт.

Республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәге ахуны Сабирйән хәҙрәт Сәлимгәрәев тә бөгөнгө йыйылышҡа ҙур өмөттәр бағлап килеүен әйтте. "Үҙебеҙҙең мәхәлләгә ҡайтҡас, ишеткән яңылыҡтар, фекерҙәр менән бүлешәсәкбеҙ, тағы ла яҡшыраҡ эшләү юлдарын билдәләйәсәкбеҙ. Дини белем алыу өсөн беҙҙең яҡта ла мөмкинлектәр бар. Нефтекамала 200 шәкерткә иҫәпләнгән мәҙрәсә эшләп килә. Үткән йылда уны 100-гә яҡын шәкерт тамамланы. Бынан тыш, балалар менән дә эш алып барабыҙ: 7-12 йәшлектәргә Ислам дине нигеҙҙәрен, намаҙ уҡыу үҙенсәлектәрен өйрәтәбеҙ. Мәҙрәсәлә икешәр юғары уҡыу йорто тамамлаған көслө мөғәллимдәр белем бирә", - тине ул.

Көндөң икенсе яртыһында ла конференция ҡатнашҡандар өсөн бай программа ҡаралғайны.

Автор фотолары.

Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа
Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа
Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа
Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа
Көсөбөҙ – берҙәм булыуҙа
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: