Бөтә яңылыҡтар
Иман
28 Сентябрь 2022, 18:59

Зәйнулла ишанға әҙәби һәйкәл

Яҙыусының китаптары сауҙа кәштәләрендә оҙаҡ ятмай.

Беҙ арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың барыһы хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ, уларҙың эшмәкәрлегенә сикһеҙ һоҡланабыҙ һәм шәхестәребеҙҙе тәрән ихтирам итәбеҙ. Мин шәхсән, хәлемдән килһә, уларҙың һәр береһе тураһында яҙып ҡына ҡалмай, олуғ шәхестәребеҙгә һәйкәл ҡойоп, илһөйәрлеккә символ итеп, Ирәмәл ҡаяларына мендереп теҙер инем һәм “Донъяла иманыбыҙға килеп, рухиәтебеҙҙең балҡышы өсөн ошо изге шәхестәребеҙҙән өлгө алайыҡ!” тип халҡыма оран һалыр инем.

 

Мосолман донъяһында абруй ҡаҙанды

 

Был хыял, әлбиттә. Әммә һәйкәл ҡуйыу­ҙың икенсе төрлө юлы ла бар – шәхестәр хаҡында халыҡ хәтерендә ҡалырҙай әҫәр ижад итеү. Был йәһәттән Учалынан сыҡҡан арҙаҡлы илһөйәрҙәр хаҡында рухи һәйкәл булырҙай тиҫтәләрсә китап, ғилми йыйын­тыҡтар, мәҡәләләр яҙылды, хәтер кисәләре, ғилми конференциялар ойошторолоп тора.

Артабан һүҙ юҫығым шундай сараларҙың береһе – Лира Яҡшыбаеваның мәғрифәтсе, Нәҡшбәндиә тәриҡәте шәйехе, йәҙитселек етәкселәренең береһе Зәйнулла Хәбибулла улы Рәсүлев хаҡындағы “Хәҡиҡәт баҫҡы­сынан үрләгәндә” (51 йыллыҡ ғүмере) һәм “Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә” (34 йыллыҡ ғүмере) исемле ике китаптан торған тарихи-биографик романы хаҡында булыр.

XXI быуат башында тылсымлы әҙәбиәт донъяһында бай тормош тәжрибәһе туплаған Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева исемле әҙибә пәйҙә булды.

35 йыл ғүмерен мәғариф үҫешенә бәйләгән, туған телен, әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен бөтә нескәлектәренә тиклем белгән, уны үҫтереүҙә ҡаҡшамаҫ позицияһы булған, милләтебеҙҙең илһөйәр, динһөйәр ҡыҙы, хажиә бөгөн тынғыһыҙ ижады менән иманға сарсаған заман уҡыусыһының күңелен тулыһынса яулап алды.

Автор, тарих төпкөлдәрен байҡап, бөйөк дин әһелдәренең илаһи тәржемәүи хәле, ислам динен ҡеүәтләп, фиҙакәр хеҙмәт итеүҙәре, руханилығы үә әүлиәлеге, әхлаҡи һәм этик ҡиммәттәре хаҡында яҙа. Күреп, белеп, ишетеп йөрөйбөҙ, әҙибәнең әҫәрҙәренең халҡыбыҙға йоғонтоһо ҙур. Олоһоноң да, кесеһенең дә иғтибарын үҙенә йәлеп итеп кенә ҡалмай, изгеләребеҙ рухы аша күҙгә күренеп, халҡыбыҙға иман, әҙәп, илһөйәрлек ҡайта.

Тәү башлап ижад иткән “Мөжәүир хәҙрәт” тигән повесы халыҡ һорауы буйынса өс телдә: башҡорт, татар һәм урыҫ телендә 30 мең дана тираж менән баҫылып сығып, тиҙ арала мосолман донъяһында танылыу яуланы һәм ҙур абруй ҡаҙанды. Мөжәүир хәҙрәтте республиканың “100 шәхесе” рәтенә, 100 йыллыҡҡа арналған энциклопе­дияға индерҙеләр, уның хаҡында яҙылған пьеса буйынса “Әүлиә” спектакле республикала, унан ситтә лә аншлаг менән бара. Быларҙы әҙибәгә киң танылыу алып килгән тәүге ҙур ижади уңышы тип һанарға булыр. Данлыҡлы Сибай драма театры коллективы, талантлы актерҙар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән әҙибәне яңы баҫҡысҡа – прозаиктан драматургтар сафына баҫтырҙы.

Лира Яҡшыбаева, билдәле дин әһелдәре хаҡында “Халҡыбыҙ изгеләре”, “Әүлиәләр аманаты” исемле китаптар сығарып, унда Ғабдулла Сәйеди, Сабир Халиҡов, Әбйәлил ишан, Ғатаулла ишан, Шәмсетдин хажи, Сибәғәтулла ишан, Ғиниәт мулла, Мөхә­мәтша мулла, Зәйнулла ишан Рәсүли, мөф­төй Ғабдрахман Рәсүлев хаҡындағы тарихи-биографик хәтирәләрҙе тергеҙҙе һәм фиҙакәр хеҙмәте менән халҡыбыҙҙың оло ихтирамын яулап ҡына ҡалманы, изгеләребеҙ рухтарының фатихаһын, оло сауабын да алыуға өлгәшкәндер, тим.

Быларҙан тыш, әҙибә үҙ ижадында бөгөнгө заман проблемаларын ҡыйыу күтәреп сыға, уны хәл итеү юлдарын эҙләй. Кешелектең, йәшәйештең төпкөл мәғәнәһен, әйләнә-тирә мөхитебеҙгә хужаларса ҡараш, уны һаҡлау, тәләфлеккә юл ҡуймау аша “тәбиғәт”, “кеше мөнәсәбәте”, “күңел бө­төнлөгө”, “ғүмер ҡәҙере” кеүек төшөнсәләрҙе алғы планға сығара. Шуға ла әҫәр геройҙары уҡыусыһы менән илгәҙәкләнеп, үҙ булып, бөгөнгө заман геройҙары ролендә асыҡ, ҡыйыу һөйләшә, күңел серҙәрен уртаҡлаша. Был художестволы алымды яҙыусының шәхсән ижади стиле, уңышы тип әйтер инем. Шул иҫәптән “Бөтәбеҙгә – бер Ер шары” китабына ингән повестары башҡорт проза­һында етди ҡарашлы, үҙ өҫтөнә ауыр миссия йөкмәгән заман яҙыусыһының ышаныслы баҫып килеүен күрһәтте. Был йыйынтыҡҡа ингән “Бөтәбеҙгә – бер Ер шары”, “Вәрәзекүл аҡсарлағы”, “Зиләйлүк”, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш”, “Ылыҫлытау ыласыны”, “Бәхетең үҙең менән” повестарында мөхитебеҙҙе ҡурсалау, үҫтереү, вәхшилек, астамаҡлыҡ, буш боғаҙлыҡ, бушбирҙелек һәм юха-ялағайлыҡ кеүек кире күренештәргә ҡаршы сығыу, уларҙы фашлау, киҫкен көрәш иғлан итеү мотивтары – авторҙың геройҙары иңендә. Шуларҙың береһе – һәләтле һәм ҡыйыу ғалим, геология фәндәре кандидаты, доцент Рафиҡ Мөғиновҡа йөкмәтелгән. “Зиләйлүк”тәге умартасы Ишморат, фермер Зиләйлүк, “Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш” әҫәрендә Ғиниәтулла мулланың сикһеҙ аҡыл тәрәнлеге, бөйөк тел ғалимыбыҙ Жәлил Кейекбаевтың һәм башҡа образдарҙың уҡыусы күңеленең иң түренән урын алыуы бәхәсһеҙ. Улар онотолғоһоҙ. Яҙыусының тиҫтәләгән ижади портреттары араһында “Ҡанатлы баһадир”ында Мәсетленең яугир шәхесе, Советтар Союзы Геройы, осоусы-штурмлаусы Ҡотдос Ҡәниф улы Латыпов образы оло һөйөү, юғары гражданлыҡ пафосы менән тасуирлана. Әйтергә кәрәк, яҙыусының байтаҡ әҫәрҙәре һайлап алынып, уҡыу-уҡытыу программаһына индерелгән.

 

Яуаплы ғәмәл

 

2018 йылда Лира Яҡшыбаева китап уҡыусыларға силсиләләр сылбырына ингән, Ҡотоп йыһан исеме нарыҡланған район­дашыбыҙ Зәйнулла ишан Рәсүлевкә арнал­ған ике киҫәктән торған “Хәҡиҡәт баҫҡысынан үрләгәндә”, “Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә” исемле тарихи-биографик романын бүләк итте. Кешелек донъяһында иң тәүҙә һүҙ бул­ған: ваҡыт ағышында ла, тормоштоң һәр саҡ алға табан барыуында ла, шәхес күңеленең төрлө боролошонда ла һүҙ ҡөҙрәте алға сыға. Йә иһә, иң тәүҙә һүҙ булмышын – уйлаған уйы, кисерештәре менән кеше үҙ шәхсиәтен, рухи донъяһын, яҙмышын ижад итә. Мин Лира Яҡшыбаеваның дин әһелдәре менән бер рәттән, бөгөнгө заман геройҙары хаҡындағы китаптарын ҡулыма алған һайын, шул турала уйлайым. Ижадсы күпме аҡыл һәм фекер төплөлөгө аша быуаттарҙың аҡылын һәм хис-кисерештәрен артабанғы көндәргә, киләсәк быуындарға илтә. Бәхәс юҡ, бында ошо ҡөҙрәтле һүҙ ярҙамында ташҡа баҫылған тарихи һәм заманса китаптар ғына был яуаплы миссияны үтәй ала.

Лира Яҡшыбаева – бәхетле ижадсы: китаптары уҡымлы, уҡыусыларының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Үҙе әйтмешләй, “Ижадымдың популяр булыуының бер сере – оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләүемдә. Туған телебеҙгә тоғролоҡ һаҡлаған, “ҡулға икмәк тотоп ант итәбеҙ, беҙ торорбоҙ милләт һағында” тигән бер армия булырлыҡ уҡыусыларым бар. Улар һәр яҙған әҫәремде уҡып бара”, – ти ул. Ҡыҫҡаса әйткәндә, халыҡ араһында ҡайнап йәшәй, үҙенә генә хас сабыр саялыҡ менән ижад итә, кешелеккә иң мөһим сифаттарҙың береһе һәм тәүгеһе – иманына ҡайтыу юлдарын асыҡлаша. Ҙур һәм ауыр, яуаплы миссияны автор нисек итеп күтәреп киләлер – был үҙенә генә мәғлүм.

Әлегә тиклем дә халыҡ араһында киң танылған дин әһелдәре, шәйех-ишандар, күрәҙәселәр, әүлиәләр хаҡында унда-бында төрлө мәғлүмәттәр, тарихи һүрәтләмәләр, очерктар, ҡыҫҡаса автобиографик яҙмалар күренә килде. Әммә, белеүемсә, был әҙибә кеүек бөйөк шәхестәрҙең концептуаль мотивтарын, тарихи биографияларын документаль нигеҙҙә өйрәнеп, ғилми концепцияһын төҙөп, халыҡ араһына әҙәби әҫәр, нигеҙҙә, роман, повесть, хикәйә бәйән итеп сығарыусылар булманы. Башҡорт әҙәбиәте өсөн был йүнәлеш – яңылыҡ һәм асыш. Шулай итеп, яҙыусының үҙенсәлекле ижад юлы һыҙатланды: ул тарихи шәхес­тәрҙең, бигерәк тә арҙаҡлы дин әһелдәренең, әүлиәләрҙең йәшәйешен художестволы алым ҡулланып, бар тулылығында һәм дөрөҫлөгөндә уҡыусы күңеленә һала белә.

Лира Яҡшыбаеваның юғарыла телгә алынған сираттағы ижад емеше, башҡорт, урыҫ һәм ҡаҙаҡ телдәрендә нәшер ителгән “Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә” (“От Истины в Вечность”) исемле тарихи-биографик романы хаҡында һөйләшеүҙе артабан дауам итеп, шуны әйтергә кәрәк: был роман халыҡтың һорауы буйынса ике йыл эсендә Башҡортостанда рус һәм башҡорт телдә­рендә меңәр дана тираж менән өсәр тапҡыр нәшер ителде. Хатта рус телендәгеһе Рәсәй федераль программаһына ярашлы, “Культура России – (2012–2018)” номинацияһында “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡты.

Мин әле бында авторҙың бөтә әҫәрҙәренә тулы анализ биреүҙе ниәт итеп ҡуйманым. Маҡсатым – “Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә” китабына ныҡлап туҡталыу, яҡташыбыҙ Зәйнулла ишан Рәсүли хаҡында яҙылған ошо китапҡа әҙәбиәт белгесе күҙлегенән баһа биреү. Бөтә мосолман донъяһы һөйөп ҙурлаған мәшһүр суфый хаҡында барса халыҡ яратырлыҡ күләмле әҫәр яҙыу, ми­неңсә, үтә яуаплы һәм ҡатмарлы эш. Бында динде лә, философияны ла, тарихты ла, телде лә яҡшы белеү талап ителә. Шулай уҡ авторҙың киң мәғлүмәтле булыуы хайран итә: ул Зәйнулланың сабый сағынан алып ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем үҙе күреп, белеп торғандай итеп яҙа алыуға өлгәшә.

– Ислам дине тарихын өйрәнеүсе француз ғалимы А. Беннигсен Парижда 1968 йылда сыҡҡан хеҙмәтендә: “Үҙ ваҡытында барса мосолман донъяһының академик уҡыу йорттары араһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһе белем биреү сифаты буйынса иң яҡшыһы булған”, тип яҙып сыҡҡан. “Ошо саҡлы бөйөк әһел хаҡында яҙыуға нисек баҙнат иттең? Был бит бик яуаплы эш”, – тигән һорауыма яҙыусы:

– Берәй эштең, уйлаған ниәтеңдең барып сығыуын теләһәң, иң беренсе Аллаһ Тәғәләбеҙгә ғибәҙәт ҡылып, унан ярҙам һорау кәрәк. Икенсеһе – ғәмәл ҡылыу. Ғибәҙәт менән ғәмәл бергә булғанда ғына уйлаған уй, изге ниәт ҡабул була. Бынан ун алты йыл элек, халҡыбыҙ изгеләре хаҡында яҙа башлаған сағым ине, мин дин юлына һәм намаҙға баҫтым. Шул саҡтарҙан мәсеттәрҙә йөрөп, дини китаптар уҡып, ислам дине ҡанундары буйынса йәшәй башланым. Университетта уҡыған саҡта миңә ғәрәп телен өйрәнеү насип булды. “Ҡөрьән” китабын бер тотҡарлыҡһыҙ ыңғай уҡый алдым. Хаж ҡылдым, хажиәмен. Суфыйсылыҡ тәғлимәтен, йәнә Зәйнулла ишандың тормош юлын, дини ҡараштарын ентекләп өйрәндем. Шулай итеп, иншаллаһ, Аллаһ ярҙамы менән халҡыбыҙҙың силсиләгә ингән ишаны хаҡында күләмле әҫәр яҙыуға өлгәштем, – тип яуап бирҙе китап авторы.

Эйе, ҙур тираж менән сыҡҡан китап­тарының уҡымлылығына, тиҙ арала таралып бөтөүенә ҡарағанда, яуап ышандырырлыҡ. Үҙебеҙҙә генә түгел, хатта сит өлкәләрҙә лә уның әҫәрҙәрен эҙләп йөрөп уҡыйҙар. Был, минеңсә, халыҡсанлыҡ тип аталалыр. Шулай булмаһа, Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы “Әүлиә” спектакленә халыҡ эркелеп йөрөмәҫ, ул һәр ерҙә аншлаг менән бармаҫ ине. Күрәбеҙ бит, спектаклдән һуң тамашасылар, аяғүрә баҫып алҡышлап, артистарҙы, авторҙың үҙен сәхнәнән ебәрмәй тота. Сибай драма театры артистарын “Әүлиә” спектакле менән Учалы халҡы ла икенсе ҡат дәррәү ҡаршыланы. Был ижади коллектив бөтә Башҡортостанды йөрөп сыҡты, Ырымбур, Силәбе тарафтарында ла уларҙы яратып ҡабул иттеләр. Себер яҡтарына ла барҙылар.

 

Мөкиббән бирелеп уҡырлыҡ

 

Беҙ, башҡорттар, мосолмандарҙың рухи юлбашсыһы, Ҡотоп заман, силсиләләр сылбырына ингән арҙаҡлы дин әһеле, ғилем эйәһе, иман тәғлимәттәрен өләшкән тарихи шәхесебеҙҙе яҡшы белергә тейеш, шуға күрә Зәйнулла ишан менән ентекләберәк таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым.

Имамдың атаһы Хәбибулла хәлфә уландарын, Фәтхулла менән Зәйнулланы, бала саҡтарынан үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырып үҫтерә. Тура килгән һайын ата-бабалары хаҡында тәфсирләп һөйләй: “Тарихи тамырыбыҙ тәрәндән һут ала: бик күп арҙаҡлы шәхестәребеҙ бар. Улар яуҙарҙа ҡатнашҡан, азатлыҡ яулап көрәшкән”, – ти ул.

Беҙ әҫәрҙә ата-бабалар аманатының йәш быуынға ошо күсәгилешлеген күрәбеҙ. Хәбибулла хәлфәнең балаларына ҡарата ихтирамы, уның телмәрендәге Муса хажи хәҙрәт, Ҡараһаҡал, Салауат һәм башҡа әүлиә заттарҙың исем-шәрифе, улар хаҡындағы ҡарашын формалаштыра, уй-хыялдарын киңәйтә, байыта. Артабан уларҙа белемгә ынтылыш, яҡтыға, үргә юл ярыу теләген көсәйтә. Аллаһының рәхмәтенән еребеҙгә илаһи ҡөҙрәт эйәһе булып килгән Зәйнулла, үҙенең нәҫеле тамырынан, изгеләребеҙ рухынан көс алып, уйсан, аҡыллы, инсафлы булып үҫә.

Троицк ҡалаһының беренсе мәҙрәсәһендә белем эстәүе, хәлфәләр менән аралашыуы, дини тәғлимәт менән яҡындан танышыуы, төрлө китаптар донъяһында йөҙөп уҡыуы, остаздары хаҡында мәғлүмәт – быларҙы ла яҙыусы ихлас тасуирлай. Зәйнулла Рәсүлевтең Аҡмулла менән бер заманда уҡыуы, дуҫ, фекерҙәш булыуы художестволы алымдар ҡулланылып, ентекле тасуирлана. Әҫәрҙә ике оло шәхестең тормошо ышан­дырырлыҡ һәм йәнле итеп бирелгән. Китапты уҡып, йәшәйештәре менән танышҡас, улар теп-тере кеүек булып күҙ алдына килеп баҫа. Әлегә тиклем Аҡмулланың ижадын өйрәнеп, уның хаҡында хеҙмәт яҙған ғалимдар өсөн дә уларҙың дуҫлығы ниндәйҙер кимәлдә яңылыҡ булып тора. Был – авторҙың йәнә бер уңышы. Яҙыусы Зәйнулла ишандың шәхси тормошон һүрәтләүгә лә иғтибарын йәлләмәй.

Никольск һәм Кострома төрмәләрендә туғыҙ йыл буйы ултырып ҡайтҡан ишандың үҙен көтөп алған ҡыҙға өйләнеүе хаҡында яҙылған урындарын айырыуса йәштәр ҡыҙыҡһынып уҡый. Фәһем алырлыҡ та шул. Бында барыһы ла мосолман әҙәбе буйынса эшләнә: никах уҡыла, тәһәрәтләнеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, ҡауышыусыларҙың тыуасаҡ балаға изге теләктәр теләп ҡушылыуы хаҡында тәфсирләп яҙылған. Ошо бәрәкәтле никахтан бер-бер артлы биш ул һәм ике ҡыҙ тыуа. Беренсе улына Ғабдрахман тип исем ҡушалар. Был баланың изге булып тыуыуы барсабыҙға мәғлүм, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында мөфтөй Ғабдрахмандың Рәсәйгә баһалап бөткөһөҙ ярҙамы хаҡында барыбыҙ ҙа белә. Шулай итеп, дини йолаларҙы тотоп, әҙәп, иман, тәртип менән өйләнешеү ғаиләгә бәхет килтерә.

Әҙибә, үҙе хажиә булараҡ, Зәйнулла ишандың хаж ҡылыуы, уның ике тапҡыр Мәккәгә сәфәре хаҡында ла ентекләп яҙыуға өлгәшкән.

Романда Зәйнулла ишандың туғыҙ йыл төрмәлә ултырып ҡайтыуы ла заманына ҡарап ышандырырлыҡ. Әйтерһең, автор шул саҡтарҙа уның менән бергә йөрөгән дә, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп, шуларҙы текемләп яҙған. Зәйнулла Рәсүлевтең нисек кеше йөрәгенә юл таба белеүен, төрмәләге тотҡондарҙың уй-хистәренә тәьҫир итеп, хатта арыҫландарҙы тыңлата алыуын ғәжәпләнерлек итеп тасуирлай алған.

Туғыҙ йыл ғүмерен төрмәлә уҙғарып, тормош һынауҙарын һынмайынса үтеп, Зәйнулла ишан, ниһайәт, үҙ яғына ҡайтып төшә. Төрмәлә ултырған сағында үҙенең Аллаһтан бирелгән илаһи ҡөҙрәте арҡаһында Рәсәй киңлегендә ҙур билдәлелек яулаған шәхесте иленә ҡайтыу менән Троицк ҡалаһының 5-се мәсетенә имам-хатип вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ул саҡтарҙы тарихтан беләбеҙ, төрмәлә ултырып ҡайтҡандарҙы “каторжник” тип бик ныҡ ҡыйырһытҡандар. Ә илаһи ҡөҙрәт эйәһе Зәйнулла ишанды, киреһенсә, ҙурлап ҡаршы алалар. Был – бик һирәк күренеш. Бына ошо тарихи ваҡиғалар уҡыусы күңеленә ныҡ тәьҫир итә. Ишандың төрмәләге мәлендәге тәрән ғилеме, әүлиәлеге, һынсыллығы, инсафлығы, һәләтенең асылы иҫ китерлек, хатта ки ышанмаҫлыҡ һымаҡ тойолһа ла, ваҡиғалар тарихи мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп яҙылған. Яҙыусы Зәйнулла ишандың әүлиәлек һәләттәрен уҡыусы аңына ышандырырлыҡ итеп һала белә, шуға ла сикһеҙ ҡатмарлы, ғәләмәт серле эске донъяны асып биреү романды мөкиббән бирелеп уҡырлыҡ итә. Был сифат, ижади һәләт, дини ҡанундарҙы белгән, күңеле менән Аллаһтың барлығына, уның илаһилығына ышанған һәм дә, әйтер инем, инанған ҡәләм оҫтаһына ғына бирелергә мөмкин, тип уйларға ҡала. Уҡыусы алдында төрмә начальнигын, губернаторҙы, хатта ки Рәсәй хакимлығын да баш эйҙергән Зәйнулла әүлиәнең мөһабәт диндар образы пәйҙә була.

 

Рухи күперҙәрҙе тоташтыра

 

Лира Яҡшыбаеваның дауамлы романында Зәйнулла Рәсүлевтең Троицкиҙағы эш­мәкәрлеге, дан-шөһрәте М. Ғафури, Ғ. Сә­йеди, ҡоҙаһы Әхмәт хажи Рахманҡолов һ.б. дин әһелдәре, Аҡмулла, халыҡ ижады, халыҡ батырҙары, тарих-шәхес-әхлаҡ мәсьәләләре мәшһүр шәйехтең һәр өндәшендә, тын алышында, ҡылыҡ-сәхифәләрендә, сүрәләрендә, тәрән аҡыллы мөнәжәттәрендә тығыҙ бәйләнеп, был иманлы әҫәрҙең бөгөнгө замандың иң актуаль, проблемалы концепцияһын уҡыусы өҫтәленә һала.

Зәйнулла Рәсүлевтең мәҙрәсәһендәге уҡытыу программаһында шәкерттәргә, дини ғилем биреүҙән тыш, астрономия, геология, арифметика, геометрия, биология, теология, хеҙмәткә өйрәтеү, психология, педагогика кеүек уҡыу предметтарының сиратлаштырып өйрәтелеүе ул заманда йәҙитселек тип атап йөрөтөлә. Уҡыу-уҡытыу эшенә яңылыҡ индереү, сер ғилемен үҙләштереүҙән тыш, фәндәр өйрәнеүгә юл аса.

Зәйнулла ишандың шәхесе, ижтимағи, дини эшмәкәрлеге, тулайым диндар образы беҙҙе уйландыра, ғәжәпләндерә, иманға килеү юлдарына әйҙәй. Шундай бөйөк шәйехтең халҡыбыҙ улы, улай ғына ла түгел, бөтә донъя мосолмандарының уртаҡ улы булыуы сикһеҙ ғорурландыра ла.

Лира Яҡшыбаева, халҡыбыҙҙың мәшһүр улы хаҡында ҙур күләмле әҫәр яҙып, Зәйнулла ишаныбыҙҙың рухын ҙурланы. Бының шулай икәнен мосолмандар йәшәгән һәр төбәктә таныйҙар. Бөйөк ғилем эйәһенең эшен дауам итәләр. Башҡортостанда юбилейын билдәләп, биш йыл һайын ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрәләр. Аҙаҡ ғалимдарҙың мәҡәләләре йыйынтыҡ итеп сығарыла. Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында йыл да Зәйнулла Рәсүлев исемендәге уҡыуҙар ойошторола, быйыл ул 24 сентябрҙә бик ойошҡанлы үтте. Дағстандың Махачкала ҡалаһында Зәйнулла ишан Рәсүли исеменә арнап иҫ китмәле һоҡланғыс мәсет төҙөгәндәр. Унда диндарҙар: “Беҙ Зәйнулла ишан Рәсүли юлынан барабыҙ, ул нисек ҡушҡан, шулай йәшәйбеҙ”, – тиҙәр.

Мосолман халҡының оло һөйөүен яулаған был тарихи-биографик романды яҙып, Лира Яҡшыбаева ысын мәғәнәһендә ижади ҡаһарманлыҡ күрһәтте. Ул милли әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына инерлек хеҙмәт булды. Яҙыусы бөгөн генә түгел, киләһе быуындар яратып уҡырлыҡ китап яҙыуға өлгәште. Иманым камил, йөҙ йыл үткәс тә, был китапты эҙләп йөрөп уҡырҙар.

Яҙыусының изгеләр хаҡында яҙған китаптары илдәге етмеш йыл торғонлоҡтан һуң, халҡыбыҙҙың ҡабат дингә ҡайтҡан мәленә тура килде, бөгөн ул көнүҙәк темаға әүерелде. Сарсаған кеше һыу күреп, нисек йомолһа, уҡыусылар ҙа китапҡа шулай йомола, йотлоғоп ҡат-ҡат уҡый. “Әүлиә” спектаклен бишәр-алтышар ҡат барып ҡараусылар бар, мөмкин булһа, тағы ҡарар инек, тиҙәр. Бөгөн “Хәҡиҡәт юлынан – мәңгелеккә” китабын ҡаҙаҡ, төрөк телдәренә тәржемә итәләр. Был – әҙибә өсөн генә түгел, бөтә башҡорт халҡы өсөн уртаҡ шатлыҡ. Хатта йоҡоһоҙ төндәрҙе, оҙон юлдарҙа йөрөүҙе һәм башҡа мәшәҡәттәрҙе онотторорлоҡ ҡыуаныслы күренеш. Яҙыусы иҫәпһеҙ-һанһыҙ осрашыуҙарға йөрөргә тура килеүгә лә һис зарланмай:

– Яҙған әҫәрҙәремде халҡыма еткерергә теләйем. Кешеләрҙең изгеләребеҙҙе таныуын теләйем, – ти ул. – Күреп торабыҙ бит, йәй етһә, һәр төбәк үҙенең изгеләрен, ата-бабаларының шәжәрәһен барлай, йыйындар үткәрә. Кешеләр ата-бабаларының дини булыуын, намаҙ уҡыуын ғорурлыҡ менән телгә ала. Ишандар нәҫеленән булғандарҙың иһә ҡыуанысының иге-сиге юҡ: “Олатайыбыҙ ишан булған!” – был кәлимә шундай ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән әйтелә. Шөкөр, халҡыбыҙ дингә ҡайта, тимәк, илебеҙҙә иман арта.

Русса ғына һөйләшеп йөрөгән бер танышыбыҙ Лира Яҡшыбаеваның китаптарын уҡыған да: “Я думала святые есть только у русских, оказывается, у нас тоже есть! Вон их сколько!” – тип күҙ йәштәре менән һөйләүен һис онота алмайым, гел күҙ алдымда тора. Икенсе бер китап уҡыусы: “Лира апай халҡыбыҙ изгеләренә әҫәрҙәре менән әҙәби-рухи һәйкәл ҡойҙо”, – тине. Быны һис кем инҡар итә алмай.

Яҙыусы ижадының халыҡ-ара даирәлә лә танылыуы, изгеләребеҙ хаҡындағы ки­таптарының татар, ҡаҙаҡ, төрөк, рус тел­дәренә тәржемә ителеүе ҡыуандыра. Абруйлы әҙибәнең иманға, әҙәпкә, илһө­йәрлеккә өндәгән ижадының халыҡҡа йоғонтоһо сикһеҙ ҙур булды. Хәҡиҡәтте үҙ иткән һәр кем быны таный. Яҙыусы: “Изгеләребеҙ хаҡында яҙыуым – Аллаһ ризалығы өсөн” тиһә лә, халҡыбыҙҙың юғары баһаһын яулаған бындай изге эшмәкәрлек республика кимәлендә үҙенең лайыҡлы баһаһын алыр, тип ышанабыҙ.

 

 

Рәүеф ШАҺИЕВ

Читайте нас: