Бөтә яңылыҡтар
Иман
30 Сентябрь 2022, 16:57

Һәр ағас – Аллаһ бүләге

“Йәшел Башҡортостан” акцияһынан ситтә ҡалмағыҙ.

Әле республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында “Йәшел Башҡортостан” экология акцияһы бара. Билдәле булыуынса, был сара күркәм йолаға әүерелде, йыл да уҙғарыла.

“Районыбыҙҙың дини кеше­ләре лә ағас ултыртыу акцияһына һәр ваҡыт дәррәү ҡушыла. Хеҙмәт коллективтары, уҡыусылар, студенттар, хакимиәт вәкилдәре менән берлектә эшләйбеҙ. Беҙҙе уртаҡ маҡсат – тыуған төйәгебеҙҙе йәшелләндереү, үҙ һаулығы­быҙҙы, экологияны һаҡлау. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух”, – ти Ҡалтасы районы мөхтәсибе Фәнил хәҙрәт Баһманов.

“Ер йөҙөндә һәр нәмәне әҙәм балаһына файҙа булһын өсөн яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Аллаһ Тәғәләнең бүләктәре араһында ағастар айырым урын алып тора. Билдәле булыуынса, улар насар һауаны үҙенә ҡабул итеп, кислород бүлеп сығара. Тимәк, ағасты “Ер шары­ның үпкәһе” тип әйтергә мөмкин. Урманлы ерҙә айырым микроклимат хасил була. Был ергә һыу ҙа яҡыная, үҫемлектәргә, хайуан­дарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә.

Башҡортостан – урманға бай төбәк. Ағастар күп төрлө беҙҙә. Араларынан, мәҫәлән, талды алып ҡарайыҡ. Һыу буйында үҫкән был ағас һығылмалы, йомшаҡ булыуы менән билдәле. Унан борон һауыт-һаба, кәрзин, ситән үргәндәр. Хатта ҡабығын һыҙырып алып, йәнлек тиреһен буяу өсөн ҡулланғандар. Ҡарама ла тиҙ һына торғандарҙан түгел, шуның өсөн ул атҡа сана яһау өсөн файҙа­ланылған. Ә еректән төрлө һауыт-һаба эшләнгән. Йүкә лә ҡашығаяҡ яһауға ҡулайлы, йәнә ул бал бирә торған ағастарҙың береһе. Әгәр ҙә яҙ сәскәгә күмелһә, йыл һәйбәт килә. Һөҙөмтәлә йүкәнең балы күберәк тә, файҙалыраҡ та була.

Ҡарағай тормошобоҙҙа айырыуса ҙур урын алып тора, сөнки ул өй төҙөү өсөн һәйбәт. Ҡарағас та – ныҡ, ҡиммәтле ағас. Ул элек Уралда шул тиклем күп үҫкән. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, әлеге Санкт-Петербург ҡалаһын төҙөү өсөн беҙҙән күпләп ҡарағас ҡырҡып алып киткәндәр. Был ағастар ундағы һаҙлыҡты бөтөрөү маҡсатында ҡулланылған. Ита­лиялағы бер ҡаланың да Урал ҡарағастары өҫтөндә ултырғаны мәғлүм.

Ҡайынға килгәндә, ул да ныҡ файҙалы. Был ағас тәү сиратта хуш еҫле миндеге менән билдәле. Туҙынан иһә төрлө әйбер, һауыт-һаба эшләргә була. Элек уны яндырып дегет тә алғандар. Был шыйыҡса әҙәм балаларының, хайуандарҙың тире ауырыуҙа­рына ҡаршы файҙаланылған. Ҡайын – ҡаты ағас. Ошо сифатына бәйле ул арба, тәртә эшләү өсөн ҡулланыла, ләкин ҡаты булғанлыҡтан, һыуыҡ үткәреүе сәбәпле, ҡайындан йорт төҙө­мәйҙәр.

Ғөмүмән, “Йәшел Башҡорт­остан” акция­һының әһәмиәте ҙур. Һәр ағастың Аллаһ Тәғәләнең бүләге икәнен хәтерҙә тотоп, уларҙың төрлөһөн баҡсабыҙға ла ултыр­тайыҡ. “Әгәр ҙә әҙәм балаһы иген икһә йәки ағас ултыртһа, уларҙың орлоғон, емешен башҡа кешеләр, ҡош-ҡорт ҡулланһа, үҫтереүсегә ҙур сауап була”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Ағастарға, урманға иғтибарлы булайыҡ, уларҙы һаҡлайыҡ, изге маҡсатлы акциянан да ситтә ҡалмайыҡ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: