Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Октябрь 2022, 17:00

Хәйбуллалар аҡ ҡорбан салған

Аҡ ҡорбан ите Иләс, Аҡъяр, Ивановка, Бүребай мәсеттәренә бүлеп таратылған.

Хәйбуллалар аҡ ҡорбан салған
Хәйбуллалар аҡ ҡорбан салған

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, районда аҡ ҡорбан салынған.

"Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен, күңелдәребеҙ тыныс булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр бөтһөн, барлыҡ ир-егеттәребеҙ имен-һау ҡайтһын тип ошо көндәрҙә Хәйбулла районында аҡ ҡорбан салынды.

Аҡ ҡорбан ите Иләс, Аҡъяр, Ивановка, Бүребай мәсеттәренә бүлеп таратылған. Шулай уҡ ғәзиз улдарын, ирҙәрен хәрби әҙерлек урынына оҙатҡан ата-әсәләргә лә, ҡатындарына ла аҡ ҡорбан итен таратып бирелгән.

Барлыҡ Хәйбулла халҡына, Әбйәлил районына, Ырымбурҙа йәшәгән туғандарға, таныштарға, Өфө ҡалаһында йәшәгәндәргә, ғөмүмән, ошо аҡ ҡорбанға аҡсалата ярҙам иткән бөтә халыҡҡа рәхмәт әйтә район халҡы. Улдарын көткән ата-әсәләргә, ирҙәрен көткән ҡатындарға, атайҙарын көткән балаларға Аллаһ Тәғәлә түҙемлек, сабырлыҡ бирһен, һәр кем ҡәҙерле кешеһен ҡыуанып ҡаршы алһын", - тип яҙған улар үҙҙәренең сәхифәһендә.

Өлөшләтә мобилизацияға эләккән һәр кем тыуған йортона имен-һау әйләнеп ҡайтһын! Илдә тыныслыҡ тантана итһен!

Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Хәйбуллалар аҡ ҡорбан салған
Хәйбуллалар аҡ ҡорбан салған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: