Иман
14 Октябрь 2022, 10:59

“Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ”

Сығыш яһаусы йәмғиәтебеҙ алдында ҙур яуаплылыҡ тота.

i.ytimg.comi.ytimg.com
Фото:i.ytimg.com

“Күп сараларҙа, шул иҫәптән Иман йорттарында үткәндәрендә лә күбеһенсә тормоштоң ыңғай яғы хаҡында һөйләргә тырышалар. Әйтерһең, гел ал да гөл. Ни бар – шуны күрһәтергә кәрәкмәйме икән ни?” Ошондай һорау ебәргән гәзит уҡыусыбыҙға дини китаптарға, диндарҙарыбыҙҙың әйткәндәренә нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.

“Ниҙер әйтерҙән алда уның буласаҡ эҙемтәһе хаҡында уйларға кәрәк” тигән аҡыл һалынған халҡыбыҙ күңеленә. Телдең тештәр артында урынлашыу хикмәтен дә беләбеҙ: ул ирекле рәүештә торған булһа, баш уйлап өлгөрмәҫтән, әллә нимә һөйләп бөтөр ине. “Ауыҙыңды үлсәп ас” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.

Ошоға бәйле хәҙистәрҙең береһен йәнә хәтергә төшөрәйек. “Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ”, – тип белдергән бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм йыйылған халыҡҡа. Йәмәғәт аптырап ҡалған: “Йә, Рәсүлуллаһ, бының өсөн дә яуап бирәбеҙме ни?” Пәйғәмбәребеҙ: “Әҙәм балаһын йәһәннәмгә йөҙтүбән оҙатҡан нәмә шул тел бит”, – тип яуаплаған.

“Аллаһ Тәғәлә буш һүҙ менән ваҡыт үткәргәнде яратмай”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм икенсе бер хәҙисендә. Һөйләнгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мосолманға күркәм итеп һүҙ атыу, иғтибар менән тыңлай белеү ҙә зарур. “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, — тип өйрәтә дине­беҙ. Ялған, буш һүҙ һөйләү, ошо ғәмәл аша кемделер кәмһетеү иһә – ҙур гонаһ.

Ошо йәһәттән әлеге һорауға килгән­дә, төрлө сараларҙы ойоштороусылар, шулай уҡ Иман йорттары йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ алдында ҙур яуаплылыҡ тота. Уларҙан әҙәм балаһы тик яҡты­лыҡ, киләсәккә өмөт-ышаныс, дәрт-дарман алырға тейеш. Мәсетте миҫал­ға килтерәйек. Уға, мәҫәлән, йома на­маҙы һайын һәр кем имамдан файҙа­лы мәғлүмәт, яҡшы һүҙ ишетергә теләп килә. Тимәк, сығыш яһаусы хөтбә һөй­ләүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш. Халыҡты нимә ҡыҙыҡһын­дыра? Ниҙәр борсой? Мәсеттән һорауҙарына яуап табып сығырмы улар? Һөйләгәнде ҡабул итерҙәрме? Ышаныстарын аҡлай алырһыңмы? Үҙенә ошондай бихисап һорау бирергә бурыслы имам. Халыҡ өсөн Аллаһ алдында яуаплылыҡ тота ул. Шуға ла һәр һүҙҙе уйлап әйтергә, күңелде үҫтерергә тейеш.

Имам хөтбәгә әҙерлек менән килә икән, һөйләгәндәре ҡәрҙәштәребеҙҙең күңеленә ныҡлы тәьҫир итеп, тәрән уйылып ҡаласаҡ. Бурысын еңел-елпе атҡарғандың сығышы иһә тотош мәхәлләнең рухи-әхлаҡи торошона кире йоғонто яһауы ихтимал. Һүҙ юҡ, хөтбәгә әҙерләнеү еңел эш түгел. Был ғәмәлде атҡарғанда имамдар, айырыуса йәштәр, төрлө ауырлыҡ менән осраша. Һөйләгәндәрең, әлбиттә, заман талаптарына тура килергә, көнүҙәк мәсьәләләргә, бурыстарға ярашлы булырға тейеш. Әммә барыһын да тыныс аңлатыу мөһим, ҡыҙып, ярһып түгел. Әрләү, тупаҫлыҡ, кәмһетеү Исламға бөтөнләй ят. Аҡылға таянып, төптән уйлап, күңелдең иң тәрәндәге ҡылдарын тирбәтеп ебәрерлек итеп әйтә белеү зарур.

Кире күренештәрҙе, хәл-ваҡиғалар­ҙы туранан-тура бәйән итмәйенсә, төптән төшөндөрөргә кәрәк. Насар төшөнсәләрҙе, һүҙҙәрҙе гел ҡабатлап торһаң, уларҙың тамыр йәйеп китеү ихтималлығы ла бар бит. Шуға ла һүҙ менән бик иғтибарлы булыу зарур. Уларҙың яҡшыларын күберәк әйтһәк, насарҙары күмелеп ҡалыр, хатта юҡҡа сығыр. Кеше күңеле бит игенлек кеүек. Унда изгелек орлоҡтары сәсергә тырышыу мөһим. Был, әлбиттә, айырым ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә генә түгел, барлыҡ кешелеккә ҡағыла.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас