

Республикала бер ҡатын мәрхүм улы хөрмәтенә мәсет төҙөгән, быға ете йыл ваҡыты киткән.
Благовещен районының Ошмянка ауылынан Миңлеҙаһиҙә Шичина оҙаҡ ваҡыт улының һуңғы теләген тормошҡа ашырырға ынтыла. Һәр пенсия аҡсаһынан ул мәсет төҙөүгә өлөш һалып бара. Ғаиләләге 50 бала менән ире лә ярҙам итә, әйткәндәй, балаларҙың 47-һе тәрбиәгә алынған.
- Улым ауырып киткәс, "Әсәй, мәсет төҙөрбөҙ, һеҙ уны ауылға бүләк итерһегеҙ", тине. Мин һүҙемдә торҙом", - ти әсә күҙ йәштәре аша.
Балаларҙың һәр береһе был хыялды тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерә: берәүҙәре матди яҡтан ярҙам итә, икенселәре физик көсө менән. Хәҙер ауыл халҡы аҙна һайын йома намаҙына йөрөй, ә мулла күрше ауылдан килә.
Әйткәндәй, мәсеттең әлегә исеме юҡ, әммә халыҡ уны "Миңлезаһиҙә" тип атарға теләй.
Фото: М. Шичинаның шәхси архивынан.