Иман
21 Октября 2022, 05:48

“Ғаилә” клубы эш башланы

“Никах – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәттән булмаҫ”

novyefoto.runovyefoto.ru
Фото:novyefoto.ru

Ошо көндәрҙә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында “Ғаилә” тип аталған танышыу клубы эш башланы.

Унда төрлө быуын вәкилдәре өсөн осрашыуҙар уҙғарыласаҡ, әлегә үҙ парын тапмаған кеше­ләр, йәштәр бер-береһе менән танышасаҡ. Клубҡа килгәндәрҙе ғаилә тормошона әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлеү ҡарал­ған. Артабан яйлап ҡатындарҙың һәм ирҙәрҙең хоҡуҡтарын өйрә­теү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыу планлаштырыла. Ғөмүмән, был үҙәкте булдырыуҙың төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу. Ә был ғәмәл – динебеҙҙә иң мөһимдәрҙең береһе.

Клубты ойоштороусылар әйте­үенсә, тиҙҙән Башҡортостан мосолмандары Диниә назара­тының мобиль ҡушымтаһында ла диндәштәребеҙ өсөн бер-береһе менән онлайн танышыу мөмкинлеге асыласаҡ.

Ғаилә – диндең дә, дәүләттең дә төп терәге, шуға күрә уға һәр яҡлап иғтибар бүленергә тейеш. “Өйләнегеҙ, балалар үҫтерегеҙ – ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ишлелеге менән ғорур­ланыр­мын”, “Никах – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәттән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғаилә ҡороуға килгәндә, әлбиттә, ул еңел-елпе башҡарыла торған эш түгел. Был йәһәттән борон өлкәндәрҙең фекере иң ҙур урында торған. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит” тигән мәҡәл тап ошоға бәйле әйтелгән. Шул уҡ ваҡытта эш йәштәрҙең ризалығынан тыш башҡарылырға тейеш түгел. Был динебеҙгә тап килмәй. Йәнә үҙ-ара мөнәсәбәт мотлаҡ рәсми­ләш­терелергә тейеш. “Ғаиләһе­нең нигеҙен ошолай нығытҡан кеше минең юлға тоғро”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙи­сендә. Өҫтәүенә, ул ҡыҙҙың дин­леһен һайларға ҡушҡан. “Һөҙөм­тәлә ҡулың тупраҡҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң”, – тигән.

Өйләнешер алдынан бер-береңдең ғаилә тәрбиәһенә, холоҡ-фиғеленә иғтибар итеү мөһим. Яратам тип, һөйгән ке­шеңдең башҡа етешһеҙ­лектә­ренә күҙ йомоу, үҙгәрер әле, тип уйлау дөрөҫ түгел. Пәйғәм­бә­ребеҙ әйтмешләй, никах – ғү­мерлек, шуға ла донъя көтөрҙәй, үҙеңде аңлаған, ғаилә ҡиммәт­тәрен хөрмәт иткән ышаныслы кешене юлдаш итеү – мең бәрәкәткә нигеҙ. Һәр кемдең яҙмышында ата-әсәһенән алған тәрбиә ҙур урын биләй. Әгәр ҙә бәғзе ғаиләлә ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итмәһә, изге төшөнсәләрҙе һанламаһа, быны күреп үҫкән балаларына килә­сәктә үҙ ояһын матур итеп ҡороу ауырға төшәсәк. Шуға ла халҡыбыҙҙың “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” кеүек мәҡәлдәрен иҫтән сығармаһаҡ ине. Ата-бабаларыбыҙ йәштәрҙе өйләндереү мәсьәләһендә тап ошо аҡылға таянған.

Әлбиттә, тормош булғас, ғаи­ләнең кәмәһе ҡомға терәлгән саҡтар ҙа осрап ҡуя. Бындай хәлдә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, ир менән ҡатынды яраш­ты­рырға ынтылырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау мөһим. Алда әйтел­гәнсә, ул илебеҙҙең, мил­ләтебеҙҙең, өммәтебеҙҙең ныҡлығын тәьмин итә.

Ата-әсәнең иң ҙур бурыс­тарының береһе – яҡшы балалар тәрбиәләү. Үҙенә күркәм холоҡло алмаш үҫтергән әҙәм балаһы фани донъяла ла, ахирәттә лә бәхетле була, тиелә динебеҙҙә. Һәр сабый йортҡа ҡот-бәрәкәт өҫтәй. Ата-әсә иһә ошо нурҙы һүрелтмәҫкә, балаға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, уны һәр яҡлап камил, бөтөн күңелле итеп үҫтереүгә бар көсөн һалырға тейеш. Был йәһәттән дә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошо – оло үрнәк. Пәйғәм­бәребеҙ балалар менән һәр саҡ үҙе башлап иҫәнләшкән, хәл-әхүәлдәре менән ҡыҙыҡһынған, уйнаған, шаярған. “Балаларға бүләк бирегеҙ, – тип өйрәткән ул. – Тәрбиәгеҙ ҙә яҡшы булһын”.

Бер ваҡыт Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләмдең сәждәлә оҙаҡ тороуына аптыраған сәхәбәләр: “Эй, Аллаһ илсеһе! Намаҙҙы бөгөн оҙағыраҡ уҡының. Нимә булды?” – тип һорай. “Елкәмә ейәнем менеп ултырғайны, уның күңелен ҡырмайым тип, сәждә­нән оҙаҡ торманым”, – тип яуап­лай Пәйғәмбәребеҙ.

Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә бер мәл яңы уңыштың тәүге емеш­тәрен алып киләләр. “Эй, Аллаһ! Илгә бәрәкәт бир, уңыштарыбыҙ мул булһын!” – тип теләп, Пәйғәмбәребеҙ емеш­тең иң яҡшыһын эргәһендә торған сабыйға бирә.

Ошо һәм башҡа бөйөк тәрбиә өлгөләренә таянып, өйләнешеү мәсьәләһенә етди ҡарайыҡ, ғаи­ләбеҙгә, балаларыбыҙға иғти­барҙы йәлләмәйек. Парһыҙҙарҙы таныштырыу ниәтендә асылған “Ғаилә” клубы иһә маҡсаттарына өлгәшер, эшмәкәрлеген киң йәйелдерер тигән ышаныстабыҙ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас