Иман
28 Октябрь 2022, 14:42

Балаңдың хыялдарына ҡаршы килһәң...

Һәләтһеҙ, булдыҡһыҙ хеҙмәткәрҙәр күбәйер.

Һәр урында үҙенең хеҙмәтен төплө белгән, уны яратҡан һөнәр эйәләре эшләргә тейеш. Әммә байтаҡ осраҡтарҙа бының киреһен күрергә тура килә. Сәбәбе ниҙә? Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһенән килгән хатты тәҡдим итәбеҙ.

“Бала саҡтан уҡ уҡытыусы һөнәренә ға­шиҡ инем. Әммә, матди ярҙам булма­ған­лыҡтан, хыялым тормошҡа ашманы. Ауылда йәшәйем, ике бала үҫтерәм, мәктәптә иҙән йыуам. Бәғзе уҡытыусыларҙың үҙ эшенә шул тиклем яуапһыҙ ҡарауын, булдыҡһыҙлығын, ялҡаулығын, шул уҡ ваҡытта тәкәбберлеген күрәм дә йәнем әрней. Ниңә был изгеләрҙән-изге һөнәрҙең баһаһын төшөрөп йөрөйҙөр улар?! Хатта балаларымдың көндәлегенә хаталы яҙып ҡайтара бәғзеләр. Булдыра алмайһың икән – оял да кит бит инде. Ошолай “эш күрһәтеп, күҙ буяп” йөрөүгә динебеҙ ҙә ҡаршы бит. Быны тиҫтә йылға яҡын Ислам ғәмәлдәрен үтәгән, намаҙ уҡыған кеше булараҡ әйтәм”, – тип яҙған гәзит уҡыусыбыҙ.   

Дини остаздарыбыҙҙың һүҙҙәренә, китаптарға нигеҙләнеп яуап биргәндә, ысынлап та, әгәр кемдер эшен лайыҡлы кимәлдә башҡара алмай, быға аң-зиһенеме, көсөмө етмәй икән, ул урынынан китергә тейеш. Ни өсөн тигәндә, дөйөм эшкә, үҫешкә ҡамасаулай. Бындай осраҡта “яҡшы кеше”, “изге күңелле, аңлай торған хеҙмәткәр”, “уға бит балаларын ҡарарға кәрәк” кеүек һылтауҙар, йәлләү һүҙҙәре урынһыҙ. Динебеҙҙә хатта етәкселәргә шундай һабаҡ бирелә: әгәр һөнәри оҫталығы юҡ икән, туғаныңды ла эштән ебәрә алаһың. Әлбиттә, ҡаты һүҙ, тупаҫлыҡ менән түгел, ә ҡарарыңдың нигеҙен аңлатып. Төп дәлил шул: һәр урында һәләт, төплө белем, тейешле һөнәри оҫталыҡ мөһим.

Ә Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларын төрлө итеп яралтҡан. Бармаҡ эҙҙәре тап килмәгән кеүек, һәр кемдең үҙ холоҡ-фиғеле, төҫ-ҡиәфәте, яҙмышы. Төрлө кеше шулай уҡ айырым һәләткә эйә. Ниндәйҙер һөнәргә ынтылып та, ҙур тырышлыҡ һалып та, алға китә алмағандар бар: тимәк, был йүнәлеш зауығына ярашлы түгел, һәләт етешмәй. Шул уҡ ваҡытта тап ошо һөнәр өсөн яралтылғандарҙың ситтә йөрөүе ихтимал.

Бындай яҙмышлылар бихисап. Әлеге ҡәрҙәшебеҙҙекенә өҫтәп, йәнә берәүҙең тормошо хаҡында яҙып үтәйек. Һөйләүенсә, ул бала сағынан табиплыҡҡа уҡырға хыял­ланған. Әммә ата-әсәһе ҡыҙҙарына: “Һин, ба­лам, һауынсы булырға тейеш. Ситкә кит­мәҫ­һең, яныбыҙҙа йәшәрһең”, – тип туҡтау­һыҙ әйтеп торған. Һөҙөмтәлә ҡыҙҙары мәк­тәп­тән һуң уҡыуын дауам итмәгән, байтаҡ йылдар фермала эшләгән. Шул уҡ ваҡытта, махсус белеме булмаһа ла, һәләтенә бәйле мал табибы вазифаһын да уңышлы атҡарған. Йыл һайын күпләп үлән, тамыр йыйған, уларҙан төрлө дарыуҙар әҙерләгән, халыҡ медицинаһын өйрәнгән. Кешеләр уға һаулығы буйынса кәңәшкә йыш килгән.

Ауылдары иһә бер ҡасан да махсус белемле табипҡа йәлсемәгән. Ҡырҙан килгән­дәр ҙә киткәндәр, хатта йылына ике-өсәү ал­машынған. Һөҙөмтәлә, байтаҡ йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әлеге ханым ҙур тырышлыҡ һәм теләк менән медицина белеме алыуға өлгәшеп, ғүмерлек хыялын тор­мошҡа ашырған. Ауылында алмаштыр­ғыһыҙ табип хәҙер. Урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты ла тап уның ныҡышма­лылығы, фиҙакәрлеге, оҫталығы, һөнәрен сикһеҙ яратыуы арҡаһында ябылмай һаҡланып ҡалды.

Ошо ғәҙәти хәлдән күренеүенсә, әгәр ҙә һин үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнлегеңде беләһең, ошо һөнәрһеҙ йәшәй алмайһың икән, тормошоңдо үҙгәрт! Беҙгә хат яҙған ҡәр­ҙәшебеҙ “ике бала үҫтерәм”, “бала­ларымдың көндәлеге” тип яҙғас, моғайын, йәш кешелер. Башҡаларҙың уңышһыҙ­лы­ғына көйөп ваҡыт үткәргәнсе, үҙеңдең кө­сөңдө күрһәтергә, тәүәккәлләргә – һөнәреңә эйә булырға кәрәк. Һәләтенә күрә һәр әҙәм балаһының тормошта тәғәйен урыны бар, уны һуңлап булһа ла табыу, юғалтмау зарур.

Әлбиттә, был йәһәттән тәү сиратта ата-әсәгә ҙур бурыс йөкмәтелгән. Улар бала­һының нимәгә һәләтле икәнен белеп, шул йүнәлешкә күберәк иғтибар биреп үҫтерергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзе өлкәндәр ул-ҡыҙҙарын заман талап иткән һөнәрҙәрҙә күрергә теләп, уларҙың зауығы, теләге менән иҫәпләшмәй. Эш урынын яратмаған, уның үҙенсәлектәренә ныҡлап төшөнмәгән, яуапһыҙ, булдыҡһыҙ хеҙмәткәрҙәр тап шул сәбәпле барлыҡҡа килә лә.

Яратып, ихлас башҡарылған ғәмәлгә генә Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен юллай. Кире осраҡта, был урындан ырыҫ ҡаса. Шуға ла Раббыбыҙ һәр беребеҙгә һәләтенә күрә хеҙмәтен табып, уның баһаһын күтәреп, дөйөм уңышҡа тос өлөш индереп, бөтөн күңел менән йәшәргә яҙһын.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас