Иман
1 Ноября 2022, 06:40

Күсейҙәр ҡорбан салған

Ауыл халҡы өлөшләтә мобилицазия буйынса хеҙмәткә алынған ауылдаштарына арнап, ҡорбан салған.

Күсейҙәр ҡорбан салғанКүсейҙәр ҡорбан салған
Күсейҙәр ҡорбан салған

Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡы өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең иҫән-имен ҡайтыуына, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуына арнап ҡорбан салған һәм ауылдың мәсетендә ҡорбан ашы ашатып. уларға доғалар бағышлаған.

Уны ойоштороуҙа ауылдың имам-хатибы Хафиз Баймөхәмәтов күп көс һалған. Ҡорбан ауылдаштарының йыйылған аҡсаһына һатып алынған. Изге сараны үткәреүҙә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары ҙур ярҙам күрһәткән. "Ҡорбаныбыҙ ҡабул булып, йорт-ил тынысланып, һуғыштар бөтөп, ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!"-тигән доғаларыбыҙ ҡабул булһын ине тиҙәр ауыл халҡы.

Фото: Зинира Заманова.

Күсейҙәр ҡорбан салған
Күсейҙәр ҡорбан салған
Күсейҙәр ҡорбан салған
Күсейҙәр ҡорбан салған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас