Бөтә яңылыҡтар
Иман
4 Декабрь 2022, 22:30

Көн дә кәрәкле доғалар

Үҙенә именлек теләгәндә һәм бәләнең китеүең теләп уҡылған доғалар тәҡдим итәбеҙ. 

Көн дә кәрәкле доғалар
Көн дә кәрәкле доғалар

Үҙенә именлек теләгәндә уҡылған доға 

«Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәкәуүли ғәфийәтикә уә фүж*әти ниҡмәтикә үә жәмиғи сүхтик».

Мәғәнәһе: «Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам».

 Бәләнең китеүең теләп уҡылған доға 

"Бисмилләһир-рахманир-рахим. Лә иләһә иллә әнтә сөбханәкә инни күнтүх минәс залимин. Йә фәттах ифтәхләнә хайрал-баб. Аллаһүммә нәжжинә минән ҡаумиз залимин. Әнтә мәүләнә фәнсурна ғәләл ҡаумил кәфирин. Иннә фәтәхна ләкә фәтхам мубинә. Үә йәнсуракәлләһү насран газизә ләһәүлә үәлә ҡеүәттә иллә билләһи ғәлиййил газыйм, йә Рәхман, йә Рәхим, йә әрхамәр рәхимин".

Мәғәнәһе: «Һин һәр нәмәнән бөйөкһөң, Аллаһым! һиңә тәсбих итәмен. Эй, ҡолдарыңа бөтөн ишектәрҙе асыусы Аллаһ! Миңә изге юлдар ас, залим кешеләрҙән ҡотҡар һәм һаҡла».

Сығанаҡ һәм фото: nazir1965.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: