Бөтә яңылыҡтар
Иман
9 Декабрь 2022, 18:12

Туған телеңде һөйөү – ғилемгә юл

14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Ошо уңайҙан динебеҙҙә халыҡтарҙың рухи ҡиммәтенә ҡарата ниҙәр әйтелгәнен иҫкә төшөрәйек.

“Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яралттым” тиелгән изге Ҡөрьәндә. Быны бөгөн генетика ғилеме менән шөғөлләнгән ғалимдар ҙа раҫлай. Шулай булғас, барыбыҙ ҙа бер телдә һөйләшергә тейеш инек, ләкин аяттың дауамында “Бер-береһе менән танышһын тип, һеҙҙе төрлө ҡәүем иттек” тигән һүҙҙәр бар. Тимәк, бындай бүленеш – Аллаһ Тәғәләнең хикмәте, Уның барлығына һәм берлегенә дәлил.

Һәр милләткә Раббыбыҙ тарафынан тел бирелгән. Был рухи хазинаны һаҡлау, уның ҡәҙерен белеү, тимәк, Аллаһ Тәғәләнең ниғмәтенә рәхмәтле булыу, ҡушҡанын үтәү. Юҡһа һәләкәткә бер аҙым. Динебеҙ өйрәткәнсә, Раббыбыҙға иң яҡыны – тәҡүәле халыҡ. Ә был сифаттың нигеҙенә иң беренсе иман, телһөйәрлек, илһөйәрлек төшөнсәләре һалынған.

Алда әйтелгәнсә, Аллаһ Тәғәлә ҡәүем­дәрҙе бер-береһе менән танышһын өсөн яралтҡан. Тимәк, халыҡтар төрлө телдәрҙе өйрәнеп, ғилем уртаҡлашып, дуҫ, татыу йәшәргә тейеш. Белемде арттырыу, даими камиллаштырыу тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә. Күпме тел өйрәнһәң, донъяға ҡараш та шул ҡәҙәр киң була. Әммә әҙәм балаһы иң тәүҙә үҙенең туған телен яҡшы белергә, уны ҡәҙерләргә тейеш. Шул саҡта ғына башҡа ғилемдәргә юл асылыр, ти дин әһелдәре.

Мәғлүм булыуынса, Аллаһ Тәғәләне лә һәр халыҡ үҙ һүҙе менән мәшһүрләй. Был, әлбиттә, телдәрҙең байлығын, киңлеген, илаһи матурлығын күрһәтә. Раббыбыҙға теләктәребеҙҙе үҙебеҙсә, туған телебеҙ аша еткерә алыуыбыҙ – оло хикмәт, Аллаһтың барлығына һәм берлегенә дәлил. Белеүебеҙсә, Ғабдулла Туҡайҙың бер шиғырында:

“Эй, туған тел, һиндә булған

Иң элек ҡылған доғам...” –

тигән һүҙҙәр бар. Ысынлап та, Аллаһ Тәғәләгә өндәшкәндә, күңелдәге теләкте үҙебеҙсә еткерәбеҙ бит.

Туған телебеҙҙең тормошта әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Пәйғәмбәребеҙҙең “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ” тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл бар. Телдең төптәрәк тороуы, тимәк, уйламайынса әйтелгән һүҙҙәрҙән һаҡ булыу зарурлығы хаҡында ла оноторға ярамай. Алдан һәр саҡ аҡыл йөрөргә тейеш. Шул саҡта туған телебеҙҙең бәҫе артҡандан-артыр, тамыры нығынғандан-нығыныр.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: