Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Декабрь 2022, 20:00

Ишбирҙеләр ҡорбан салған

Ауыл халҡының изге ниәттәре ҡабул булһын!

Ишбирҙеләр ҡорбан салған
Ишбирҙеләр ҡорбан салған

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары бергәләшеп аҡса йыйып, ил һаҡларға киткән ир-егеттәр өсөн ҡорбан салған.

Был хаҡта урындағы клуб төркөмөндә хәбәр ителә. Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы ҡатын-ҡыҙҙары кәңәшләшеп, аҡса йыйып, ил һаҡларға киткән ир-егеттәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын, тип ҡорбан салдырып, ауыл мәсетендә ҡорбан ашы ашатҡан. Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәрҙең ата-әсәләре сараға дәррәү килгән. Йыйылған аҡсаның бер өлөшөнә хәрби хеҙмәттәгеләргә Яңы йыл күстәнәсен хәстәрләргә, йөн ойоҡбаштар бәйләп ебәрергә ҡарар иткәндәр. Дин әһелдәре аят-доғалар уҡып, оло йәштәге абруйлы ағайҙар изге теләктәрен еткергән.

Салған ҡорбандар ҡабул булып, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһын, Аллаһ бирһә. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ, донъяларыбыҙ имен, күңелдәребеҙ тыныс булһын, илебеҙгә янаған афәт, ҡурҡыныс мәхшәр тиҙерәк бөтһөн! Афарин ишбирҙеләр!

Фото Ишбирҙе ауылы клубы төркөмөнән.

Ишбирҙеләр ҡорбан салған
Ишбирҙеләр ҡорбан салған
Ишбирҙеләр ҡорбан салған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: