Бөтә яңылыҡтар
Иман
21 Декабрь 2022, 09:00

"Яман ергә баҫҡанһың, күп бейемә"

"Миңә ниңәлер теге бетеүҙе һүтеп сисергә ҡушты. Бетеүҙе һүтеп, асып ебәрһәм, унда ике себен үлеп ята, һиҫкәнеп киттем".

"Яман ергә баҫҡанһың, күп бейемә"
"Яман ергә баҫҡанһың, күп бейемә"

1950 йылдарҙа эшләп йөрөгән сағымда ҡапыл ныҡ ҡына ауырып киттем. Өйҙә бер килкем ятҡандан һуң, Баймаҡ дауаханаһында ике айҙан ашыу дауаландым. Әммә файҙаһы теймәне. Ҡатыным ҡайтанан ат менән мине ауылға алып ҡайтты. Артабан совхоз больницаһында айҙан ашыу яттым. Аҙаҡ хәлем шул тиклем насарайҙы, хатта ашай алмай башланым. «Мөжәүир хәҙрәткә алып барып күрһәтһәңсе», — тип әсәйем атайыма әйткәс, ул мине Манһырға алып барҙы.

Хәҙрәт олатай беҙгә ҡоҙа кеше, атайымдың бер ҡарындашын килен итеп төшөргәндәр. Барып еткәндә, өйө алдында халыҡ шығырым тулы. Атайым мине урамда ҡалдырҙы ла хәҙрәткә үҙе инде. Күп тә үтмәй, кире сығып, мине саҡырҙы. Олатай мине ултыртып, баштан өшкөрә башланы.

Хәҙрәт нимә уйлағанды әйтә лә ҡуя, тигәнде ишеткәнем бар ине. Минең нимә уйлағанымды белерме икән тип, төрлө уйҙар уйлайым, ә ул өндәшмәй. Ҡулы елкә тирәһенә еткәс, һыйпауҙан туҡтаны ла атайым менән һөйләшеп тик тора. Мин тын ала алмай башланым. Атайым быны күреп: «Ҡуй, Мөжәүир, баланы ыҙалатма инде», — тигәс, ул: «Ярай, ярай, коммунист кеше беҙгә ышанып етмәй шул», — тип ҡулын аҫҡа табан һыпырыуы булды, миңә тын алыуы рәхәт булып та ҡалды. Аҙаҡ бетеү яҙып бирҙе лә: «Мә, һиңә сепрәк, энә менән еп, өскөлләп тегеп ал», — тине. Минең хәлде аңлап, атайым үҙе тегеп элеп ҡуйҙы. Бергәләшеп сәй эстек тә ҡайтырға юлға сыҡтыҡ.

Өс көн үткәс, хәҙрәт олатай төшкә керә: ауыл осонда тау башында ап-аҡ һарыҡтар көтөп йөрөй, үҙе мине саҡырып ҡул болғай. Уянғас, төшөмдө әсәйемә һөйләнем. «Улай булғас, балам, ҡабат бар хәҙрәткә», — тнп әсәйем колхоз идараһына ат һорарға китте. Идара рәйесе үҙенең атын, арбаһын алырға рөхсәт биргән. Шул көндә үк беҙ Манһырға юлландыҡ.

Күктүбә ауылына яҡынлашҡас, ат манма тиргә батты, саҡ атлай башланы. Атайым арбанан төшөп, аттың башын һыйпаштырып, етәкләп алып китте. Мин арбала ятам, торалмайым. Бер саҡрымдан ашыу шулай барғас, ат туҡтап һелкенеп алды. «Хәҙер яйлап китербеҙ», — тип атай арбаға ултырҙы.

Байыш ауылын үткәс, бына ғәләмәт, ат бышҡырып юрта башламаһынммы?! Манһыр зыяратына етеп барғанда, ат кинәт тауға тартылып ҡасып китте, саҡ юлға төштөк. Ауылға еткәс, тағы ла һырт яҡҡа — иҫке мәсет яғына елдерҙе. Ат хәҙрәттең өйө яғына бармай ҙа ҡуя, атай етәкләп тигәндәй алып барҙы. Килһәк, олатай өйө алдында көлөп ултыра:

— Ғәбделваристарҙың ҡоймаһына бәйләп ҡуй, был яҡҡа килмәҫ, — ти.
   Эргәһенә барып күрешкәс, хәҙрәт:
   — Тағы ла килдегеҙме? Ярай, Ғәйнулла, атыңды һәләк итмәнеләр. Әгәр ҙә кире боролған булһаң, атың харап була ине. Юлға сыҡҡас, шулай ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, тәүәккәлләп етеү сараһын ҡарарға кәрәк, — тип бик серле һөйләнә-һөйләнә беҙҙе өйгә саҡырҙы.

Миңә ниңәлер теге бетеүҙе һүтеп сисергә ҡушты. Ҡайсы алып һүтергә керештем, ә үҙемдең ҡулым ҡалтырай, шыр тиргә баттым. Бетеүҙе һүтеп, асып ебәрһәм, унда ике себен үлеп ята, һиҫкәнеп киттем. Хәҙрәт: «Кеҫәңә һалып ал», — тигәс, атайым нишләптер себенде ташлап ебәрҙе.

«Ай, Ғәйнулла, көрәшкәс, һин көрәшә тиһеңдер инде», — тип миңә бетеү төрөлгән сепрәкте усаҡҡа ташларға ҡушты. Шунан олатай минән ниндәй төштәр күреүемде һорашты. Күргән төштәремде һөйләнем. Ә тағы нимәләр күренә һуң тигәс, минең иҫкә төштө: әҙ генә серем итһәм дә, бер һары ҡатын мине өйҙән алып сығып китә, икәү шаярышып йөрөйбөҙ икән тип күрә инем бит...

— Ана, шул инде һеҙҙе юлда ыҙалатыусы, хәҙер ул һине ҡайтыуҙа көтә. Һинән китһә, миңә һуҡранмаҫмы? — тип олатай миңә һораулы ҡараш ташланы.

Мин ҡурҡып киттем. «Юҡ» тигәнде аңлатып, баш сайҡаным.
   — Ярай, улайһа, — тип көлдө лә, хәҙрәт мине тағы өшкөрә башланы.

Ҡабаттан бетеү яҙып, уны тегеп муйыныма элеп ҡуйҙы ла:
   — Бар ҡарындашың янына, ҡымыҙ эсерһең, ә беҙ ҡоҙа менән сәй эсеп алайыҡ, һин эсһәң һыу етмәҫ, — тип шаяртты.

Мин сығып киттем. Ҡапҡаға яҡынлашыуым булды, бер аяғым тышта, икенсеһе эстә, ҡуҙғалып булмай ҙа ҡуя. Кешеләр аптырашалар. Әйләнеп тәҙрәгә ҡараһам, Мөжәүир ҡоҙа ҡарап тора, бер нисә минуттан аяҡтарым ҡатҡан урынынан ҡуҙғалды. Ғәбделварис кейәүҙәргә барғансы шул хәтле һыуһаным. Ингәс, Хәйрикамал:

— Ҡайным һуҡранманымы икенсегә килгәс, тәүҙә шикләнгәнһеңдер? — тип һораны.
   — Эйе, мин шундайыраҡ уйҙарҙа булдым, — тиһәм, ҡарындашым көлдө лә, миңә ҙур ағас сеүәтә менән ҡымыҙ алып килеп тотторҙо.

«Нисек эсеп бөтөрмөн» икән тип уйлаһам да, «һә» тигәнсә эсеп тә бөтөрҙөм. Ҡайтырға сыҡҡанда Мөжәүир олатай: «Баймырҙа аша ҡайтмағыҙ, юғиһә ыҙаларһығыҙ», — тип беҙҙе икенсе юлдан ҡайтарып ебәрҙе. Ҡайтҡас, икмәк ҡушып сәй эсеп алдым. Ун биш көндән һуң колхоз эшенә лә сыҡтым.

Ошонан йүнәлеп китһәм, хәҙрәт олатайға берәр баш ваҡ мал бирер инем, тип әйтеү әйткәйнем. Ҡышҡы бер буранлы көндә олатайға кәзә алып барырға булдым. Өйгә инеп сәләм биреп, хәлемде һөйләнем. Олатай миңә:

— Йә, ярай, ул кәзә мәлғүн беҙҙең кәзәләрҙе һөҙөрмө икән? — тип көлдө лә, — бар кәртәгә индереп ебәр, — тине. — Ана, ҡоҙағыйың малға бесән төшөрә алмай яфалана, уға ла ярҙам ит.

Тышҡа сыҡҡас аптырауға ҡалдым: мин бит уға кәзә тураһында бер нимә лә әйтмәгәйнем. Кәзәне кәртәгә индерҙем дә инәйгә бесән төшөрөп, олатайҙан фатиха алып, ҡайтырға сыҡтым.

Был ваҡиғаларга байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Бер мәл ҡатынымдың аяғы оҙаҡ һыҙлап ыҙалатҡас, Мөжәүир олатайға алып барырға булдым. Олатай ҡараны ла: «Яман ергә баҫҡанһың, күп бейемә», — тип өшкөрөп, бетеү биреп ҡайтарҙы. Шул төндә үк аяҡтарының һыҙлауы баҫылды. Бына мөғжизә!

Күп йылдар үткәс, ҡатыным, ҡарындашым Сәхибә менән Манһырға олатайҙың зыяратына барып аят уҡып ҡайтырға йыйындыҡ. Ғәбделварис кейәүгә рөхсәт алырга индек. Ул өйҙә юҡ ине, Хәйрикамал ҡарындашҡа әйттек. Ул: «Хәйерен шунда һалып китерһегеҙ», — тине һәм беҙҙе сәй табынына саҡырҙы. «Ҡабаланабыҙ, миңә төштән һуң эшкә», — тип сәйгә туҡтаманыҡ. Әммә, ни ғәләмәттер, өр-яңы машина юлда һүнде лә ярты сәғәттәй мәшәҡәтләнергә тура килде. Шул саҡ ҡарындашым:

— Әҙер сәйҙе эсмәнек, ризаһыҙлыҡ билгеһе инде, — тип ҡуйҙы.

Зыяратҡа етеп, аят уҡып ҡайтып киттек. Бына ошолар инде тылсымлы олатай тураһындагы хәтирәләрем. Мөжәүир хәҙрәт Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән күрәҙәсе һәм халыҡты һауыҡтырыусы тылсым эйәһе булған, минеңсә.

Янышев С. Баймаҡ районы, Ҡарамалы ауылы.

Сығанаҡ: “Мөжәүир хәҙрәт” китабынан өҙөк. Лира Яҡшыбаева. Китаптар, ссылка://kitaptar.bashkort.org/files/%D0%9C%D3%A9%D0%B6%D3%99%D2%AF%D0%B8%D1%80%20%D1%85%D3%99%D2%99%D1%80%D3%99%D1

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: