Бөтә яңылыҡтар
Иман
8 Ғинуар 2023, 23:00

"Иремде иҫән-имен килеш ҡайтарһаңсы..."

Алыҫта йөрөгән иреңдең имен әйләнеп ҡайтыуын һорау доғаһы - яҙмала.

"Иремде иҫән-имен килеш ҡайтарһаңсы..."
"Иремде иҫән-имен килеш ҡайтарһаңсы..."

Ниндәйҙер эш, бурыс менән ғаиләһенән ҡырҙа йөрөргә мәжбүр ирҙең именлеген һорау доғаһын тәҡдим итәбеҙ.

"Аллаһүммә инни әхрәжтү зәүжи мин хәүли вә күввәти илә хәүликә вә күввәтикә фахфазһү аллаһүммә бихифзикә вә әбидәнһү күллә мә ядурруһу вә йүзиһи вә аидһү иләйәалә хәйр".

Мәғәнәһе:

"Йә, Аллаһ, иремде Һиңә ышанып тапшырам! Йә, Раббым, уны яҡла, уға зыян булырлыҡ йә ауыртыу килтерерлек һәр нәмәнән һаҡла, уны миңә имен-аман кире ҡайтарһаңсы!”

Ҡырҙа йөрөгән ир-егеттәргә Аллаһ Тәғәлә имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

("Доғалар китабы"нан алынды).

Фото: muslimun.uz

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: