Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Ғинуар 2023, 22:32

Нух пәйғәмбәрҙең тормошонан һабаҡ

Раббыбыҙ үҙенә ышанмаған халыҡты батырырға ҡарар итә...

islam.ru
Фото:islam.ru

Әҙәм балаларының Аллаһтың барлығын һәм берлеген танымауы сәбәпле Ер йөҙөнә төрлө һәләкәт, ғәрәсәт элек-электән килеп торған. Ошо йәһәттән Нух пәйғәмбәр заманын иҫкә төшөрәйек.

Халыҡ өмөтһөҙлөккә бирелә, боттарға табынып аҙаша башлағас, Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаларына тәүге илсеһе Нухты ебәрә. “Ҡәрҙәштәрем, бөйөк Аллаһ Тәғәләгә генә баш эйегеҙ. Унан башҡа Раббығыҙ юҡ. Ҡиәмәт көнөндә барығыҙ ҙа терелеп, Аллаһ алдына хөкөмгә баҫырһығыҙ... Раббыбыҙға буйһоноғоҙ, Уның бойороҡтарын үтәгеҙ...” – тип өндәй пәйғәмбәр. Ләкин күпселек был һүҙҙәрҙе кире ҡаға, Нухтың үҙенә һәм Аллаһҡа ышанғандарға ҡаршы сыға, уларҙы таш бәреп туҡмау, йәшәгән еренән ҡыуып ебәреү менән янай.

“Беҙҙең кеүек үк кеше икәнлегеңде күрәбеҙ, Аллаһ­тың ысын илсеһе булыуыңа ышандырырлыҡ үҙенсәлегең юҡ, – тиҙәр пәйғәмбәргә. – Артыңдан иң ярлы кешеләр генә эйәрә. Ошондай осраҡта һиңә нисек ышанайыҡ?” Нух уларға: “Кемдең ниндәй икәнлеген Аллаһ Тәғәлә белә, барыһына ла хөкөмдө Ул бирәсәк”, – тип яуаплай.

Нух пәйғәмбәр халыҡты Аллаһ юлына әйҙәүен бик оҙаҡ дауам итә. Был арауыҡтың күләме “Ҡөрьән Кәрим”дә “950 йыл” тип билдәләнгән. Ваҡыттың шулай күп булыуына ҡарамаҫтан, Нух үҙ артынан аҙ ғына кешене эйәртә ала.

Ислам ғалимы, хоҡуҡ белгесе Ибн Касир (1301 – 1373) яҙыуынса, Нух Аллаһ Тәғәләгә халыҡтың үҙенә ышанмауы хаҡында белдергәс, Раббыбыҙ пәйғәмбәргә ул заманда ла, аҙаҡтан да тиңе булмаған кәмә яһарға ҡуша. “Ҡөрьән Кәрим”дә әйтелеүенсә, Нух эш башлағас, халыҡ уның эргәһенән көлөп, мыҫҡыл итеп үтә башлай. “Был әҙәм балалары аҙаҡ язаһын алыр, ыҙалар, әммә шул саҡта Минең менән бәхәсләшәһе булма”, – тип тыя Аллаһ Тәғәлә пәйғәмбәрҙе, сөнки Нухтың йомшаҡ, нескә күңелле булыуын белә. Ә кәмә эшләтеүҙең асылы шул икән: Раббыбыҙ үҙенә ышанмаған халыҡты батырырға ҡарар итә.

Ҡоролма өс палубалы була. Уларҙың аҫтағыһы – йәнлек­тәр, урталағыһы – кешеләр, ә өҫтәгеһе ҡоштар өсөн тәғәйенләнә. “Язалау мәле еткәс, мейестәрҙән ут урынына һыу атылып сыға башлар”, – ти Аллаһ Тәғәлә. Тимәк, ҡоро ер ҡалмаясаҡ. Раббыбыҙ Нухҡа үҙе яһаған кәмәгә тере йән эйәләренән ике енес вәкилдәрен тейәп алырға ҡуша. “Минең барлығыма ышанмағандары өсөн язаларға ҡарар ҡылынғандарҙы ҡотҡармайһың, – ти пәйғәмбәргә. – Миңә һәм үҙеңә ҡарата ғәҙел булмағандарҙы ярлыҡауымды һорама. Уларҙы батырырға ҡарар иткәнмен”.

Раббыбыҙ Нухҡа ғаиләһен дә (Аллаһтың барлығына ышанмаған улы Йамдан тыш) кәмәгә ултыртырға бойора. Һөҙөмтәлә, ысынлап та, донъяны һыу баҫа. Ғәрәсәттән Аллаһтың һайлаған кешеләре генә ҡотолоп ҡала. Уларҙың иҫәбе буйынса төрлө мәғлүмәт йөрөй. Ислам экзегетикаһына нигеҙ һалған ғалим Абдуллаһ ибн Аббас (619 – 686) билдәләүенсә, 80 ҡатын һәм ир ҡотҡарыла. Икенсе берәү “72 кеше” тип дәлилләй. Нухтың ҡатынының яҙмышы тураһында ла фекер айырмалыҡтары бар. Кемдер билдәләүенсә, ул ташҡындан һуң вафат була. Икенселәр иһә ҡатындың Аллаһтың барлығына ышанмағанлығын, шунлыҡтан һыуға батыуын раҫлай. Әйткәндәй, уның менән Нух пәйғәмбәрҙең биш улы була.

Туфандан һуң әҙәм балаларында бөтөн эште Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылыуҙан, Уның фатихаһын алыуҙан башлау йолаға инә.

Ибн Касир яҙыуынса, һыу ҡайта, ерҙә йөрөү мөмкин була башлағас, Аллаһ Тәғәлә Нухҡа кәмәһен Әл-Джуди тауы янында туҡтатырға бойора.

“Һинең менән бергә йөҙгән кешеләр төрлө халыҡ булып тараласаҡ”, – ти. Нух кәмәһенән төшкәс, Аллаһ уға башҡа бындай һыу баҫыуҙы ҡабатламаҫҡа һүҙ бирә. Әйтелгәнде дөрөҫләп, ергә йәйғор ебәрә.

 

(“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында тарихтар (Әҙәмдән Мөхәммәткә тиклем)” тигән китаптан тәржемә ителде).

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: