Бөтә яңылыҡтар
Иман
26 Ғинуар 2023, 23:00

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын!

Бөгөн Рәғәиб кисе. Был мәлдә ниндәй ғәмәлдәр хуплана?

Доғаларыбыҙ ҡабул булһын!
Доғаларыбыҙ ҡабул булһын!

Бөгөн ҡояш байыу менән Рәғәиб кисе башланды. Ул изге Рәжәб айының тәүге йомаһына тура килә һәм мосолмандар өсөн бик мөһим мәл һанала. Хаҡ диндәштәребеҙ уны нәфел намаҙҙары уҡып үткәрә.

Мәғлүм булыуынса, ул пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ата-әсәһенең никахлашҡан көнө. Рәғәиб кисендә ергә фәрештәләр төшөр, улар Аллаһ Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыр һәм доғала булған мосолмандар эргәһендә булыр, тиелә динебеҙҙә.

Ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “Рәғәиб” һүҙе “хыялдар”, “теләктәр” тигәнде аңлата. Был төндә Аллаһ менән уның ҡолдары араһындағы шаршау асылыр ҙа мосолмандар тарафынан ҡылынған барлыҡ доғалар, изге теләк-ниәттәр ишетелер, ҡабул булыр. Рәғәиб кисендә Аллаһ Тәғәләнән гонаһтарҙы ғәфү итеүен һорап доға ҡылырға, теләктәр әйтергә кәрәк.

Доғала булайыҡ, үҙебеҙгә, ғаиләбеҙгә, яҡындарыбыҙға, йорт-еребеҙгә, илебеҙгә именлек, бәрәкәт һорайыҡ, ҡәрҙәштәр!  

Фото: sun9-44.userapi.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: