Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Ғинуар 2023, 15:07

Никахты яңынан уҡытыу дөрөҫмө?

“Ябай ғына өйләнешкәнгә насар йәшәйбеҙ...”

strastoterptsy.ru
Фото:strastoterptsy.ru

“Атай-әсәйҙәребеҙ етешһеҙ йәшәгән саҡта өйләнешкәйнек. Никахыбыҙ ҙа, туйыбыҙ ҙа мөмкинлеккә күрә ябай ғына үтте. Шуға күрәме икән, өйләнешеүебеҙгә ун йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, бер ҙә мандып йәшәп китә алмайбыҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәтебеҙ ҡырҡыулашҡандан-ҡырҡыулаша. Яңынан никах уҡытһаҡ, тормошобоҙ йәнләнмәҫме икән?”

Гәзит уҡыусыбыҙҙан килгән ошо һорауға дини остаздарыбыҙ әйткән һүҙҙәргә, дини китаптарға нигеҙләнеп яуап бирергә тырышабыҙ.

Ҡыҙыҡ ҡайһы бер кешеләр: уларҙың уңыш­һыҙлыҡтарында мотлаҡ кемдер йә ниҙер ғәйепле, тик үҙҙәре генә түгел. Әлеге һорауҙы биргән ҡәрҙәшебеҙҙең фекере лә – быға дәлил. Мандып йәшәп китә алмауҙың сәбәбен, бәлки, үҙегеҙҙән эҙләргә кәрәктер? Һәр атай-әсәй балаһына мөмкинлегенә ҡарап никах, туй үткәрә. Шуға был сараларҙың ки­мә­ле төрлө булыуы ғәжәп түгел. Иң мө­һиме – барыһының да ихлас күңелдән үткә­ре­леүе, йәштәрҙең дә, ата-әсәнең дә риза­лығы. Бер кемде лә көсләп өйләндермәйҙәр. Был ҡанун – Исламдың да нигеҙе. Никах уҡы­ған саҡта мулла йәштәрҙең өйләнешергә ризалығын юҡҡа ғына һорамай. Тимәк, һәр кем ғаилә тормошона үҙ теләге менән аяҡ баҫа.

“Никахыбыҙ, туйыбыҙ ябай үткән өсөн һаман мандый алмайбыҙмы икән?” – ти ҡәрҙәшебеҙ. Тирә-йүнгә күҙ һалығыҙ. Бәғзе туйҙар ҡайһылай сағыу, гөрләп үтә! Шул уҡ ваҡытта ошо парҙарҙың оҙаҡламай айырылышып ҡуйыуына ла шаһитбыҙ. Улар был уңышһыҙлыҡ сәбәбен ниҙә күрә икән? Ата-әсәһенең етеш йәшәүендәме?

Ғөмүмән, барыһы ла мөнәсәбәттәрҙең ихласлығына, ир менән ҡатындың бер-бере­һенә ҡарата ихтирам-хөрмәтенә, мөхәб­бә­тенә бәйле. Һөйөү – Аллаһ Тәғәләнең оло ниғмәте. Ул – Раббыбыҙҙың барлығына һәм берлегенә дәлил. Ошо мөхәббәткә ярашлы ғаилә ҡорола. Ике аралағы мөнәсәбәт ныҡлы икән, уға Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен би­рә. Кире осраҡта, тимәк, ғәйепте үҙеңдән эҙләп, яңылышлыҡтарҙы төҙәтергә тырышырға, араға яңынан “ҡуҙ” һалырға кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа “никахты яңыртыу” тигән төшөнсәне йыш ишетергә тура килә. Был ғөрөф-ғәҙәттең асылы Исламға тап килмәй. Никах ваҡытлыса түгел, мәңгелеккә уҡыла бит. Унда биргән вәғәҙәгә тоғро ҡалып йәшәү хаҡ булыр. Ә мөнәсәбәттәрҙең ныҡлығы, һис шикһеҙ, бер-береңә ҡарата иғтибарҙан, ихтирамдан ғибәрәт. Әгәр ир менән ҡатын араһында һалҡынлыҡ барлыҡҡа килеп, береһе лә уны төҙәтергә тырышмаһа, өҫтә­үенә кемдәндер, нимәнәндер ғәйеп эҙләһә, йорт усағының быҫҡып һүнә башлауы, йәшәүҙең ҡыҙығы ҡалмауы ихтимал. Ошондай хәлгә төшмәҫ өсөн тәү сиратта халҡы­быҙҙың “Йылы һүҙ – йән аҙығы” тигән мә­ҡәлен иҫтән сығармайыҡ. Усаҡ утын өҫтәүҙән дөрләп янған кеүек, тормош яғымлы ҡараш­тан, татлы һүҙҙән, йылы мөнәсәбәттән яҡ­тыра. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә: “Яҡын күргән, яратҡан кешелә­ре­геҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән бит. Тор­мош­тоң алға барыуы тап ошондай мөнә­сәбәттән ғибәрәт, ә яңынан никах уҡытыуҙан түгел.

Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә бер никахта йәшәп, уның бәрәкәтендә игелекле быуын тәрбиәләргә, бәхет-сәғәҙәттә ғүмер итергә, күркәм мөнәсәбәттәрҙе һүндермәй һаҡларға насип ҡылһын. Атай-әсәйҙәребеҙ фатиха биргән юлды ҡулға-ҡул тотоношоп дауам итәйек.

Дилбәр ИШМОРАТОВА 

Читайте нас: