Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Февраль 2023, 21:44

Халыҡты арытырға ярамай

“Ҡөрьәндең ҡайһы ере һиңә еңел бирелә, шул тирәһен уҡы”

api.bashinform.ru
Фото:api.bashinform.ru

“Ауылға ялға ҡайтҡанымда өләсәйем Ҡөрьән мәжлесе уҙғарҙы. Етмеш йәш тирәһендәге инәйҙән аят уҡыуын һоранылар. Һөҙөмтәлә оҙаҡ ваҡыт “Йәсин” сүрәһен тыңланыҡ. Был дөрөҫмө икән? Алдан “Фатиха”ны уҡыу кәрәкмәй инеме?”

Гәзит уҡыусыбыҙҙан килгән ошондай һорауға дини остазда­рыбыҙҙың әйткәндәренә, дини китаптарға таянып яуап бирергә тырышабыҙ.

“Ҡөрьән Кәрим” – тормош ҡа­нуны. Уның әҙәм балалары дө­рөҫ юлдан барһын өсөн инде­рел­гән ҡағиҙәләре нисәмә быуат инде көнүҙәклеген юғалтмай, әһәмиәте арта ғына бара. Пәй­ғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм Ҡөрьән хаҡында оҙон хә­ҙис әйткән. Унда үткәндәрҙең та­рихы, киләсәк хаҡында хәбәр барлығы, ғалимдарҙың был аят­тарҙан бер ҡасан да туймаясағы тураһында белдергән. Ни өсөн ти­гәндә, “Ҡөрьән Кәрим”дә мең­ләгән төрлө хикмәт ята, ғилем, тәрбиә, иҡтисад, экология, хоҡуҡ һәм башҡа бихисап өлкә яҡтыр­тылған. Изге китап 114 сүрәнән тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы айырым бүлек кеүек. Ләкин береһен дә айырып ҡарарға, “быныһы әһә­миәтлерәк, уныһы түбәнерәк” тип баһаларға хаҡыбыҙ юҡ. Аллаһ Тәғәлә еткергән һәр һүҙ бөйөк.

“Ҡөрьәндең ҡайһы ере һиңә еңел бирелә, шул тирәһен уҡы”, тиелгән изге китапта. Намаҙҙа, әлбиттә, һәр рәҡәғәт башында “Фатиха” сүрәһе әйтелә. Артабан башҡа аяттар ҡушылып китә. Уларҙы Ҡөрьәндең теләгән ере­нән алырға мөмкин. Шуныһы ла бар: ғибәҙәтте оҙаҡ итеп ҡылыр­ға кәңәш ителмәй.

Ҡөрьән мәжлесендә Ҡөрьән­дең төрлө аяттарын уҡырға мөм­кин. “Ниңә быныһын алдың, икен­сеһе кәрәк ине” кеүек дәғүә­ләр урынһыҙ. Шул уҡ ваҡытта на­маҙҙағы һымаҡ талап бында ла бар – халыҡты арытып, оҙаҡ­ҡа һуҙыу килешмәй. Ә әлеге һо­рауҙа әйтелгәнсә, инәй кеше “Йәсин”де уҡыған. Был сүрәне тамамлау өсөн кәмендә ярты сәғәт ваҡыт кәрәк. Оҙаҡҡараҡ һуҙы­лып китә бит. Пәйғәм­бә­ребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бындай осраҡтарҙы өнәмәгән. “Халыҡты арытырға ярамай”, – тип шелтә белдерер булған ул.

Йәнә шуныһы, Ҡөрьән мәжле­сендә аятты имам-хатиптың йәки мәсеттә хеҙмәт иткән башҡа диндарҙарҙың уҡыуы яҡшы. Шул ваҡытта тәртип нығыраҡ булыр, ғәмәл дини ҡанунға тап килер. Ҡөрьәнде бит дөрөҫ итеп, еренә еткереп уҡырға кәрәк. Был ғына ла түгел, мәжлестәгеләргә вәғәз-нәсихәт тә әйтелергә тейеш. Ғө­мүмән, ошо тәртиптән ситкә кит­мәҫкә тырышыу мөһим. Тимәк, был эшкә имам-хатип, мәсеттә эшләгән башҡа диндарҙар етәкселек итһә, дөрөҫ булыр.

Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа мәсеттәр күпләп асыла, халҡыбыҙ күңеленә иман нуры ҡайта икән, Аллаһ Тәғәлә бир­гән ошо бәрәкәтте күҙ ҡара­һылай һаҡларға, бергәләп кә­ңәш­ләшеп эшләргә, дини ҡанун­дарҙы, Ҡөрьәнде өйрәнергә насип ҡылһын. Шулай булһа, аңла­шылмаусанлыҡтар, етешһеҙ­лек­тәр артта ҡалыр, мәхәллә­лә­ре­беҙ тулыланыр, йортобоҙҙа, тө­бә­гебеҙҙә ҡот артыр, иншаллаһ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас: