Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡарамағында “Ғаилә” тип аталған танышыу клубы булдырылғаны хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Унда осрашыуҙар уҙғарыла, йәштәр бер-береһе менән таныша. Дин белгестәре ғаилә тормошона әҙерлек, ир һәм ҡатын бурыстары тураһында әңгәмәләр үткәрә.
Февраль башында иһә был клубта ҡыуаныслы ваҡиға булды: беренсе никах теркәлде. Өйләнешкән йәштәр тәүге көндәрҙән үк ошонда шөғөлләнгән, һабаҡ алған, яҡындан танышҡан. Уларға никахты мөфтөй Айнур Бирғәлин уҡыны. Сарала йәштәрҙең яҡындары, туғандары, “Ғаилә” ирекмәндәре ҡатнашты.
Никахлашҡан ҡәрҙәштәребеҙ был клубты ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, унда әһәмиәтле эш алып барылыуын, файҙалы әңгәмәләр үткәрелеүен, ғаилә тормошо өсөн файҙалы һабаҡтар, кәңәштәр бирелеүен билдәләне. Мөфтөй Айнур Бирғәлин дә тәьҫораттарын уртаҡлашты. “Клубтың уңышлы эш һөҙөмтәһен күреү ҡыуаныслы. Ул былтыр көҙ булдырылғайны, әле беренсе никахты ла уҡыныҡ. Ошондай һөйөнөслө ваҡиғалар артабан да булып торһон, ғаиләләр имен йәшәһен”, – тип теләне ул.
“Никах – сөннәтем, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Унһыҙ йәшәгәндәр минең өммәтемдән булмаҫ”. Никах мәңгелеккә уҡыла, тиелә динебеҙҙә. Уның алдынан ата-әсә үҙ-ара осрашып, танышырға, кәңәшләшергә тейеш. Никах уҡылғас, иң тәүҙә ҡыҙҙан: “Аллаһ Тәғәләнең “Ҡөрьән Кәрим”дәге бойороғо буйынса, Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәтенә ярашлы кейәүгә риза булып барҙыңмы?” – тип һорала. Бындағы ҡылым ошолай үткән заман формаһында булырға тейеш, ғәрәп телендә лә шулай. Ҡыҙ иһә: “Риза булып барҙым”, – тип яуаплай. Унан егеткә мөрәжәғәт ителә. Йәштәрҙең риза булып ҡауышыуы мөһим, мәжбүр итеп өйләндереү Ислам ҡанундарына тап килмәй.
Никахта мәһәр (егет тарафынан ҡыҙға бүләк) һалына. “Тимер йөҙөк булһа ла бирегеҙ”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, мәһәр мотлаҡ булырға тейеш. Ул ҡатындың тотонолмай торған мөлкәте булып һанала, туйҙы уҙғарыу өсөн дә файҙаланылырға тейеш түгел. Элек ҡыҙҙы үҫтергән өсөн ата-әсәгә ҡалым да бирелгән. Ул күпселек осраҡта маллата түләнгән. Борон, ғөмүмән, кәләш алыу бик ҡатмарлы, сығымлы булған. Ғәрәп илдәрендә әле лә шулай.
Беҙҙә иһә хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өйләнеүгә еңел ҡарау осраҡтары күбәйҙе. “Граждандар никахы” тигән төшөнсә лә ғәҙәтигә әйләнә барғандай. Шуғалыр ҙа, ҡатын-ҡыҙға иғтибар аҙайҙы һымаҡ, ғаиләләрҙең тарҡалыуы ла ҙур бәлә тип ҡабул ителмәй. Бындай осраҡтар динебеҙҙә ныҡлы тыйыла. Ғаилә ҡороу еңел-елпе башҡарыла торған эш түгел. “Ат алһаң – ауыл, кәләш алһаң, ҡәүем менән кәңәш ит”, тигән боронғолар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең хәҙисендә никахты мотлаҡ рәсмиләштерергә ҡушҡан. Шулай уҡ ул ҡыҙҙың иманлыһын, тәртиплеһен һайлау кәрәклеген әйткән. “Һөҙөмтәлә ҡулың тупраҡҡа буялыр, йәғни тормош көтөрһөң”, – тигән.
Өйләнешер алдынан бер-береңдең ғаилә тәрбиәһенә, холоҡ-фиғеленә иғтибар итеү мөһим. Яратам тип, һөйгән кешеңдең башҡа етешһеҙлектәренә күҙ йомоу, үҙгәрер әле, тип уйлау дөрөҫ түгел. Пәйғәмбәребеҙ әйтмешләй, никах – ғүмерлек, шуға ла донъя көтөрҙәй, үҙеңде аңлаған, ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт иткән ышаныслы кешене юлдаш итеү – мең бәрәкәткә нигеҙ. Һәр кемдең яҙмышында ата-әсәһенән алған тәрбиә ҙур урын биләй. Әгәр ҙә бәғзе ғаиләлә ир менән ҡатын бер-береһен хөрмәт итмәһә, изге төшөнсәләрҙе һанламаһа, быны күреп үҫкән балаларына киләсәктә үҙ ояһын матур итеп ҡороу ауырға төшәсәк. Шуға ла халҡыбыҙҙың “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” кеүек мәҡәлдәрен иҫтән сығармаһаҡ ине. Ата-бабаларыбыҙ йәштәрҙе өйләндереү мәсьәләһендә тап ошо аҡылға таянған.
Әлбиттә, тормош булғас, ғаиләнең кәмәһе ҡомға терәлгән саҡтар ҙа осрап ҡуя. Бындай хәлдә, динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ике яҡтан вәкилдәр килеп, ир менән ҡатынды яраштырырға ынтылырға тейеш. Ғаиләне һаҡлау мөһим. Ул – илебеҙҙең, милләтебеҙҙең, өммәтебеҙҙең ныҡлығы нигеҙе.
Дилбәр ИШМОРАТОВА