Иман
17 Февраль 2023, 08:16

Ир ышаныслы булһа, ил ныҡлы

“Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм “Ҡөрьән Кәрим”дең үҙе ине”

grozny-inform.rugrozny-inform.ru
Фото:grozny-inform.ru

Тиҙҙән Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнәсәк. Ошо уңайҙан, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өлгөһөнә таянып, ир-егеттең тормоштағы урыны, баһаһы, бурыстары хаҡында иҫкә төшөрәйек.

“Ир-аттың ҡеүәте – Ватандың ҡөҙрәте”, “Ил ирҙәр менән көслө”, “Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән”, “Ирҙәр аралаш­маһа, ил таралыр”, “Ир аҡыллы булһа, ҡатын күндәм”, “Ҡатынды йөҙөк ҡашы ла, мунса ташы ла иткән – ир”... Ошо һәм башҡа мәҡәл-әйтемдәрҙән, халыҡ ижа­дының бүтән төрҙәренән, ата-бабаларыбыҙҙың яҙмышынан күреүебеҙсә, көслө зат борон-борондан тормош тотҡаһы, йәм­ғиәт­тең терәк-таянысы, ғаиләнең ныҡлы “арҡаһы” булған, уға һәр ваҡыт ҙур ышаныс бағланған.

Ҡөрьәндә, пәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләмдең хә­ҙис­тәрендә лә ир-аттың баһа­һы күп тапҡыр тәҡрарланған. Көс­лө зат динебеҙҙә төп урынды биләй, уның иңенә Ватаны, хал­ҡы, милләтенә бәйле бихисап бурыс йөкмәтелгән. Өммәттең көсө хаҡ юлдағы ир-аттың күп­леге, уларҙың күркәм сифаттары менән баһалана. Ә иң ҙур өлгө, яҡты маяҡ – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ үҙ тормошо, ғәмәл-ғибәҙәттәре менән ир-ат өсөн мәңгелек һабаҡ ҡалдырған.

“Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ниндәй булды?” – тип һораған­дар бер мәл хәҙрәти Ғәйшәнән. Яуап шулай яңғыраған: “Ул “Ҡөрь­ән Кәрим”дең үҙе ине”. Пәйғәмбәребеҙ изге китаптағы бөтә ҡағиҙәләрҙең үтәлешен үҙ өлгөһөндә күрһәткән, өммәтенә нисек йәшәргә кәрәклекте аныҡ төшөндөргән. Уның һәр ғәмә­лендә – Аллаһ һүҙенең тәфсире. “Эй, иманлы бәндәләр! Һеҙҙең өсөн Раббыбыҙҙың пәйғәмбәре – ҙур өлгө”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә.

Иманға әйҙәү йәһәтенән дә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм оло һабаҡ ҡалдырған. Ашығыуҙың кире һөҙөмтәгә килтереү ихти­мал­лығын, тәрбиә эшен күркәм вәғәз аша алып барыу мөһим­леген әйткән ул. Диндә мәжбүр­ләү юҡ. Был һәр заман, һәр диндар өсөн ныҡлы һабаҡ булырға тейеш.

Пәйғәмбәребеҙ, йәмғиәт алдында дини бурыстарын теүәл үтәү менән бер рәттән, кәсеп­се­лек менән уңышлы шөғөл­ләнгән. “Ҡыйыу, тәүәккәл йүнсел ризыҡ­ланыр”, – тигән ул. Хәҙистәренең береһендә фәҡирлектең динһеҙ­леккә яҡын икәнен әйткән. Йорт хужаһы үҙ тормошон да алып бара алмай, ғаиләһен ҡарарға ла көсө етмәй икән, ул ниндәй ир? Аллаһы Тәғәлә иманлы, һө­нәрле бәндәһен һөйә. Пәйғәм­бәребеҙ үҙ тормошо аша ошоға инандырып, хеҙмәттең юғары әһәмиәтен раҫлап йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта кәсепселекте на­мыҫ­лы, ғәҙел алып барырға өндәгән: ошо саҡта ғына уңышҡа, Аллаһ­тың рәхмәтенә өлгәшергә мөмкин.

Пәйғәмбәребеҙҙең “Хеҙмәт­сенең тире киберҙән алда уның ризалығын ал, йәғни эш хаҡын бир” тигән һүҙҙәре лә онотол­маһын ине. Һәр ерҙә ғәҙеллек булырға тейеш. Икенсе кешенең өлөшөнә инһәң, уны рәнйетһәң, табылған аҡсаның бәрәкәте китәсәк. “Ике кеше ғәҙел эш алып барһа, Аллаһ Тәғәлә уларҙың өсөнсөһө булыр”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

Мосолман ир-аты илен дә, ерен дә, ғаиләһен дә, абруйын да һаҡларға тейеш. Был ғәмәл­дәрҙең хәләл көс менән башҡа­рылыуы мөһим. “Минән киткәнсе, эйәһенә еткәнсе” тигән кәйефтә эшләргә ярамай. Һәр ғәмәлде ты­рышып, күңел һалып, һөҙөмтә­лә үҙеңә лә, башҡаларға ла файҙа булырын белеп башҡарыу зарур.

Ҡөрьән ҡушыуына, пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормош өлгөһөнә ярашлы, мосолман ир-ат ата-әсәһенә, балаларына, ҡатынына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһы Тәғәлә уларға рәх­мәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ул ғаиләнең, ата-әсәнең юғарылығын даими аңлатҡан. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланырмын”, – тигән бер хәҙисендә. Шулай уҡ үҙеңдән алда башҡаларҙы уйларға, тәкәбберлеккә бирелмәҫкә, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, татыулыҡҡа әйҙәгән.

Пәйғәмбәребеҙҙең аманатына тоғро ҡалып, уның күрһәткән өлгөһөндә йәшәргә тырышһа ине хөрмәтле ир-егеттәребеҙ. Үҙе­нең һаҡлаусы, яҡлаусы икәнен онотмайынса, Ватаныбыҙҙы, хал­ҡыбыҙҙы, милләтебеҙҙе, өммә­тебеҙҙе хәстәрлектән айыр­маһындар, иңенә һалынған бу­рыс­тарҙы лайыҡлы үтәһендәр, из­ге ғәмәлдәре, күркәм сифатта­ры менән киләсәккә яҡшы “ор­лоҡ” ҡалдырырға тырышып, һәр саҡ хаҡ хеҙмәттә булһындар, ту­ра юлдан барһындар, иншаллаһ.

Дилбәр ИШМОРАТОВА

Читайте нас