Йылайыр районының Юлдыбай ауылында эшһөйәр, уңған, дәртле, матур донъя көткән кешеләр бик күп. Шуларҙың береһе – Радик Ғиндуллин. Ихтирамлы һәм хөрмәтле ир-уҙамандарҙың береһе йәштәргә бар яҡлап та өлгө булып тора.
Радик Сәмиғулла улы ҡатыны – хаҡлы ялдағы педагог Зифа Динислам ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, буй еткереп килгән ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, донъя көтәләр. Ул ауылда үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнай. Дәртле, йор һүҙле, йыр-моңға ғашиҡ кеше. Ауыл сәхнәһе түренән төшмәй, өҙҙөрөп гармунда уйнай, йырлай, төрлө йыр-моң конкурстарында ҡатнаша.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ тигән әйтем тап Радик Ғиндуллин кеүектәр хаҡындалыр. Тәбиғәтте үҙ иткән, бар ергә өлгөргән ағайҙың тағы ла бик яратып башҡарған шөғөлө бар. Ул хужалыҡта бик кәрәкле әйбер – селек һеперткеһе менән мунсаға миндек әҙерләй. Ауыл халҡы уларҙы бик яратып һатып ала, рәхмәт әйтеп ҡуллана.
Радик ағай айыҡ тормош алып бара, дин юлында. Ул – Юлдыбай ауыл мәсетенең мәзине, унда үткәрелгән барлыҡ эштәрҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Әйткәндәй, быйыл Юлдыбай “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Тап Радик Сәмиғулла улы кеүек әүҙем ир-уҙамандар үҙҙәренең ҡылған ғәмәлдәре һәм эштәре менән йәштәрҙе айыҡ, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеүҙә өлгө булып тора.
Кәримә УСМАНОВА
Йылайыр районы.