Оло йортҡа ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк, тигәндәй, ҙур ауылдар ғына түгел, бәләкәйҙәре лә ғибәҙәтханаға мохтаж. Быны Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылы миҫалында ла күрергә мөмкин.
Олуғ шәхес Кинйә Арыҫланов тарафынан нигеҙләнгән, Көйөргәҙе йылғаһы буйында урынлашҡан, ике яғынан тауҙар уратып алған был ауыл матурлығы менән генә түгел, көс-ҡөҙрәте һөҙөмтәһендә лә данлы. Өс Советтар Союзы Геройының тыуып үҫкән изге төйәге ул! Ҡаһарман рухлы Кинйә Арыҫлановтың юлын вариҫтары шулай лайыҡлы дауам итә.
Бөгөн дә улар, аҙ ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан, “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабында еңеп сығып, хәҙер инде республика кимәлендә танылыу өсөн көрәшә. Элек-электән сәләмәт тормош алып барған, берҙәмлеккә ынтылған төйәк халҡы, был ҙур проект бурыстарын бөтөн күңелен биреп, теүәл тормошҡа ашыра, көн дә тиерлек әһәмиәтле, файҙалы, күңелле саралар үткәреп, уларҙа дәррәү ҡатнаша.
Ошо көндәрҙә улар “Кинйә эҙҙәренән” тигән ҙур сара ойоштороп, байрамда ҡаһармандар рухына бағышлап, шулай уҡ әле махсус хәрби операцияла булған ир-егеттәргә именлек, донъяға тыныслыҡ теләп, Ҡорбан ашы ойошторҙо. Ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Рахманғолов әйтеүенсә, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Дамир Хәйбуллин ит, һөт ризыҡтары һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары иһә өйөндә төрлө тәмлекәстәр бешереп алып килгән. Ҡорбан ашын, былауҙы бергәләп әҙерләгәндәр.
– Үкенескә ҡаршы, әле беҙҙең ауылда мәсет юҡ, – ти Фәнис Мансур улы. – Ә электән тәртипле, әҙәпле халҡыбыҙ һуңғы йылдарҙа айырыуса дин юлына ынтыла. Эсеп, аҙып-туҙып, эшһеҙ ҡаңғырып йөрөгәндәр юҡ беҙҙә. Ауылдаштарыбыҙға бергә йыйылып һөйләшеү, дини белемен арттырыу, ғәйеттәрҙе күмәкләп үткәреү, йәмәғәт намаҙҙары уҙғарыу һәм, ғөмүмән, төйәккә иман нуры өҫтәү өсөн мәсет кәрәк. Был теләгебеҙ, иншаллаһ, бойомға ашырға тора: быйыл ауылыбыҙҙа Иман йортона нигеҙ һалынасаҡ – Күмертау ҡалаһы мөхтәсибәте вәғәҙә бирҙе. Мәсет төҙөлөп, ғилемле имам табылып, хаҡ юлға баҫҡандар күбәйеп, төйәгебеҙҙә ырыҫ-бәрәкәт артыр, тигән ышаныстабыҙ.
Әйткәндәй, ауыл хакимиәте башлығы үҙе лә дингә тәүге аҙымдарын яһаған, әле Ислам нигеҙҙәрен, мотлаҡ үтәлергә тейешле ғәмәлдәрҙе, ҡағиҙәләрҙе өйрәнә. “Ошондай ваҡытта остаз һүҙе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Тимәк, ғәмәли йәһәттән тәүге дини һабаҡ биргән имамдың ышаныслы булыуы, дөрөҫ юлдан алып барыуы мөһим, – ти Фәнис Мансур улы. – Имам-хатип борон-борондан халыҡтың рухи етәксеһе, ғилемле, әхлаҡлы, тәрбиәле башлыҡ тип танылған, башҡа диндарҙар менән бер рәттән традицион Ислам нигеҙендә өммәтте хаҡ юлдан алып барған. Әле лә уға рухи ҡиммәтебеҙҙе һаҡлау йәһәтенән ҙур ышаныс бағлана. Шул уҡ ваҡытта имам-хатипҡа дин менән дәүләт араһындағы бәйләнеште нығытыу бурысы ла йөкмәтелгән. Ул мәсеттә вәғәз һөйләп кенә ултырырға түгел, ә гелән халыҡ араһында булып, аңлатыу эше алып барырға тейеш. Донъя көтөүе, кешеләргә мөнәсәбәте менән бүтәндәргә өлгө күрһәтеп йәшәргә бурыслы. Айырыуса йәштәрҙең тын алышын, төрлө йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлек маҡсатын белеүе мөһим. Ғөмүмән, имам-хатиптың хеҙмәте үтә ҡатмарлы. Ул хөтбә һөйләүгә лә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға тейеш. Халыҡ өсөн Аллаһ алдында яуаплылыҡ тота бит, шуға ла һәр һүҙҙе уйлап әйтергә, күңелде үҫтерергә бурыслы. Һөйләгәндәренең хәҙерге заман талаптарына тура килеүе, көнүҙәк мәсьәләләргә, бурыстарға ярашлылығы мөһим. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, беҙҙең мәсеттең имамы бар яҡлап ышаныслы булыр тигән өмөттәбеҙ”.
Кинйәабыҙ халҡының барлыҡ изге теләктәре бойомға ашһын, тәрән тамырлы, бай тарихлы төйәктә ырыҫ-бәрәкәт артһын!
Дилбәр ИШМОРАТОВА