

Ай календары буйынса 1444 йылдың шәғбан айы башланды. Билдәле булыуынса, артабан, иншаллаһ, изге рамаҙанға аяҡ баҫабыҙ.
Мосолмандарҙа рәжәб, шәғбан һәм рамаҙан айҙары айырым төркөм кеүек ҡабул ителә. Исламда улар айырыуса изгеләрҙән һанала.
Рәжәб менән шәғбан – ураҙаға әҙерләнеү һәм был ғәмәлде үтәү осоро. Уларҙа бер көн булһа ла ураҙа тотоу зарур. Рамаҙанға үҙебеҙҙе төрлө яҡлап әҙерләй башларға тейешбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Тимәк, әле Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең айында йәшәп ятабыҙ. Ислам дине ғалимы Әбү Барк әл-Балхи: “Рәжәб – сәсеү, шәғбан – сыҡҡан үҫентеләргә һыу ҡойоу, рамаҙан уңыш йыйып алыу мәле”, – тигән. Күренеүенсә, был аңлатма Пәйғәмбәребеҙҙекенә яҡын, шундай уҡ мәғәнә бирә. Әлеге дин белгесе йәнә: “Рәжәб – елгә, шәғбан – болотҡа, ә рамаҙан ямғырға оҡшаш. Тәүге айҙа сәсмәй, икенсеһендә һыу ҡоймайынса, өсөнсөһөндә уңыш йыйып алырға мөмкинме? Шул уҡ ваҡытта рәжәбте бушҡа үткәреп ебәреп, шәғбанда тик рамаҙанды көтөп ултырыуҙан һөҙөмтә булырмы?” – тигән.
Эйе, һәр айҙың – үҙ урыны, үҙ бурыстары. Шул уҡ ваҡытта улар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле. Алдағыһында ниҙер эшләп еткермәйһең икән, был бушлыҡты аҙаҡ тултырыуҙың мөмкин булмауы ихтимал. Тормошта ла бит шулай: әҙәм балаһы бала саҡта, үҫмерлектә күңеленә һалынмаған тәрбиәне өлкәнәйгәс туплап өлгөрә аламы? Шул уҡ ваҡытта, әйтәйек, уҡыусы дәрестәргә илтифат бирмәй йөрөһә, ваҡытын бушҡа үткәрһә, имтиханды уңышлы тапшырырмы? Әлеге өс айға нәҡ шул аҡыл, хикмәт һалынған: маҡсатҡа ярашлы эш өҙлөкһөҙ, даими алып барылырға тейеш. Рамаҙанға алдан әҙерлек менән аяҡ баҫһаң, иншаллаһ, ул еңелерәк үтер. Әлбиттә, йылдың башҡа айҙарында ла ошо ниәтте иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ.
Дилбәр ИШМОРАТОВА