Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Март 2023, 15:06

Гүзәл заттың көсө – матурлыҡта

“Был донъяла иң серлеләре – ҡатын-ҡыҙ һәм хушбуй”

islam.ru
Фото:islam.ru

Динебеҙ ҡанундарына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың урамда ғына түгел, өйҙә лә матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп йөрөүе хәйерле һанала. Гүзәл зат ошолай йортҡа нур, йәм таратып, иренең күңелен хушландырып, уны яңы бейеклектәргә маҡсатландырып йәшәргә, балаларын яҡшы итеп ҡарарға, күркәм тәрбиә бирергә, аш-һыуға иғтибарлы булырға тейеш.

Ислам дине гүзәл затҡа биҙә­нергә рөхсәт итә. Әйтәйек, йөҙөңдә бер аҙ һыр барлыҡҡа килде икән, быны ир күрергә тейеш түгел, уның алдында гелән матур булырға кәрәк. Урамға биҙәнеп сығыу иһә сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлай, тиҙәр. Алтын, көмөш биҙәүестәр ҙә рөхсәт ителә. Яулыҡтың, күлдәктең, итәктең формаһына килгәндә, уларҙың, урындағы йолаларға бәйле, төрлө булыуы ихтимал.

“Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ мосолман кейемен мода өсөн генә кейә” тигән һүҙҙәрҙе лә ишетергә тура килә. Бындай дәғүә дөрөҫлөккә тап килмәй. Беренсенән, мосолман кейемендә мода булырға тейеш: ул ҡатын-ҡыҙға күркәмлек, нәзәкәтлелек өҫтәй. Икенсенән, иманға килеү бер-ике көнлөк кенә юл түгел. Кемдер ошо аҙымды кейемдән башларға булған икән, дәғүәләр менән уның күңелен төшөрөү гонаһ булыр.

Гүзәллек, әлбиттә, тәү сиратта эске донъяның торошона бәйле. Изге уйлы, мәрхәмәтле, тормошто, ғаиләһен яратҡан, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгән мосолман ҡыҙынан нур бөркөлөп торор. Исламда матур­лыҡты һаҡлауҙың элек-электән килгән алымдары ла бар.

Һөрмә – күҙ ҡабағы өсөн тәбиғи буяу. Уны көн һайын ҡулланырға мөмкин. Һөрмә, күҙҙәрҙең матур­лығын билдәләп, ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөмлөлөгөн арттыра.

Ҡына – онтаҡ хәленә еткәнсе иҙелгән үлән. Тирене, сәсте, тыр­наҡ­тарҙы буяу өсөн ҡулланыла. Тәби­ғи ҡына зарарлы түгел, тәнде яндырмай. Фабрикала эшләнгәне­нең составында иһә зыянлы химик матдәләр булыуы ихтимал.

Зәйтүн майы. Зәйтүн ағасы Исламда элек-электән изге һаналған. Емештәре һоҡланғыс косметик үҙен­сәлеккә эйә. Зәйтүн майын бит­кә, тәнгә, сәскә һылайҙар, эсергә лә мөмкин. Ул тирене шымарта, тырнаҡ­ты нығыта, йәшәртеү үҙенсәлегенә эйә.

Парфюмерия. “Был донъяла иң серлеләре – ҡатын-ҡыҙ һәм хушбуй”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм. Гүзәл зат тәмле еҫте иренең күңелен яулау, хистәрҙе яңыртыу өсөн ҡуллана. Мосолман донъяһында концентрациялы хушбуй киң файҙаланыла. Уларҙың составында спирт юҡ, еҫе оҙаҡ һаҡлана.

Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дө­рөҫ туҡланыу. Мосолман һаулы­ғына, күңел торошона зыян килтерер аҙыҡты ҡулланмай. Өҫтәүенә күңел сафлығы, тормошто, яҡын­дарын яратыу гүзәл затты бәхетле, нурлы йөҙлө итә. Тимәк, уның тормошо ла бәрәкәтле була.

Дилбәр ИШМОРАТОВА 

Читайте нас: