3 мартта Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың традицион дини конфессиялары лидерҙары менән осрашты.
Конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре хаҡында Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән һөйләште.
Шәйех-ул-ислам менән бергә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры һәм республика Башлығы Рәсәй Ислам университетының яңы корпустарын ҡараны. Уларҙы 2022 йылдың сентябрендә астылар. Был - илдәге алдынғы ислам уҡыу үҙәктәренең береһе, тип билдәләне Тәлғәт Тажетдин. Унда Рәсәй төбәктәренән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән 700-ҙән ашыу студент белем ала. Университет составында өс факультет: теология-педагогия, дин ғилеме нигеҙҙәре һәм ислам тарихы, шулай уҡ ҡайтанан әҙерләү, квалификация күтәреү һәм өҫтәмә белем биреү.
Артабан Дмитрий Чернышенко менән Радий Хәбиров Изге Богородицаның Кафедраль соборында булды, унда Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон менән осрашты. Владыка әйтеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә - дүрт епархия араһында бүленгән 1 515 православие дини ойошмаһы бар.
Өфө, Нефтекама, Салауат һәм Бөрө епархияларында 410 приход, 11 монастырь һәм 126 йәкшәмбе мәктәбе эшләй. Дмитрий Чернышенко Башҡортостанда төрлө дин вәкилдәренең быуаттар дауамында тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәүен билдәләне. Ә төбәктә конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә.
Фото: glavarb.ru