Учалы районының Наурыҙ ауылында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан "Асия" мәсетендә Ҡорбан ашы үткәрелгән.
Унда оло йәштәге апай-инәйҙәр, яугирҙәрҙең әсәләре, өләсәйҙәре саҡырылған. Вәғәз һөйләү, ҡотлауҙар, шиғри юлдар менән аралашып барған сара барыһын да берләштергән. Яугир Рәшит Мәүлитовтың әсәһе Зилдә Мәүлитованың, Миңнур Байғаринаның үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡыуы берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған. Байрамды үткәреүгә ауылдың ағинәйҙәр төркөмө һәм "Хәтер" ойошмаһы (етәкселәре - Миңнур Байғарина һәм Гөлнур Заһирова) күп көс һалған.
Был күркәм сараға Мәҫкәү, Ташҡыя ауылдарынан да килгәндәр. Улар ойоштороусыларға, ҡорбан ашын әҙерләгәндәргә, сәй янына төрлө һый бешереп килтергәндәргә ҙур рәхмәт әйтеп, донъялар тиҙерәк тынысланһын, яуҙа йөрөгәндәр иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын тигән изге теләктә таралышҡан.
Иманға ҡайтып, матур йолаларҙы тергеҙеп, илебеҙгә именлек теләп ҡорбан аштары ойошторған Наурыҙ халҡы маҡтауға лайыҡ.
Сығанаҡ: vk.com/club136957392