Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Март 2023, 14:00

Динәнең теле “Аллаһ” тип асылған

Ҡыҙыҡай “Әппәр” ҙә итә белә!

Динәнең теле “Аллаһ” тип асылған
Динәнең теле “Аллаһ” тип асылған

Яратҡан йырсыларыбыҙ Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтар күптән түгел генә атай менән әсәй булғайны. Популяр кешеләрҙең ҡыҙҙары бөтәһенең дә күҙ алдында үҫә. Яңы ғына уның атлап китеүен күҙәтһәк, әле иһә йәш ярымлыҡ Динәнең теле лә асыла башлаған. Был турала Гөлназ видеояҙма һалған.

Шуныһы ҡыуаныслы, ҡыҙсыҡтың тәүге һүҙҙәренең береһе – “Аллаһ” булған. Әсәһе артынан Динә әллә нисә тапҡыр был һүҙҙе ҡабатланы. Шулай уҡ бәләкәй баланың ашағандан һуң “әппәр” итә белеүен ҡарауы ла күңелгә яҡын булды. Әсәһенән шул һүҙҙе ишетеү менән Динә ике ҡуллап битен һыпырып ҡуйҙы.

Сабый иманлы, тәүфиҡлы булып үҫһен! 

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: