13 мартта көслө ел арҡаһында Өфөләге төҙөлөп бөтмәгән Әр-Рәхим мәсете манараларының береһендә көмбәҙ ҡолағайны. Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хәлгә аңлатма бирҙе.
– Был тирәлә ахмаҡлыҡтар башланды. Ислам һәм православие дине ҡанундарын белмәгәндәр хөрәфәттең исламда гонаһ икәнлеген асыҡ аңларға тейеш. Шуға күрә нәмәлер уйлап сығарырға кәрәкмәй. Һәр проблеманың аныҡ фамилияһы, исеме һәм кешенең вазифаһы бар. Ошондай объекттарҙы төҙөүгә ҡарата иғтибарһыҙлыҡ, илке-һалҡылыҡ кеүек төшөнсәләр ҙә бар, – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығының инвестиция эшмәкәрлеге һәм инфраструктура проекттары буйынса советнигы Ридаль Сәйетов ғәҙәттән тыш хәлдән һуң иҫән ҡалған манараларға төҙөлөш экспертизаһы үткәреү тәғәйенләнгәнен, кәрәк булғанда өс көмбәҙҙе лә нығытыу ҡаралғанын хәбәр итте. Ҡолап төшкән манараға килгәндә, уны йүнәтеп булмай. Республика мосолмандарының Диниә назараты Волгодонскиҙан “Грант” инженер үҙәге йәмғиәте менән яңыһын эшләүгә килешеү төҙөнө лә инде. Шулай уҡ Ридаль Сәйетов фажиғә сәбәптәрен әйтеп ишеттерҙе.
– Мөмкин булған сәбәптәр: беренсеһе – ул ҡуйғанда конструкцияны боҙоу, икенсеһе – тамамланмаған төҙөлөш объекты төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы консервацияланмаған”, – тине ул.
Радий Хәбиров кәмендә 2025 йылдың тәүге яртыһына тиклем республиканың был мәсетте төҙөтөп бөтөүгә аҡса бүлеү мөмкинлеге юҡ тине. Финанс мөмкинлеге булыу менән объект мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк тине ул.
Фото:Константин Любин.