Шишмә районының Түбәнге Тирмә ауылы халҡы оло ҡыуаныс кисерҙе – ауылда яңы мәсет ишектәрен асты, тип билдәләй «Родник» район гәзите.
Был мөһим сараға ауыл халҡы менән бергә тирә-яҡтарҙан күршеләр, ошонда тыуып, хәҙер сит тарафтарҙа йәшәгәндәр йыйылды. Шулай уҡ был мөһим ваҡиға айҡанлы ауыл халҡын ҡотларға тип Шишмә районы имам-мөхтәсибе Зөфәр Собханғолов, ветерандар ойошмаһы етәксеһе Радик Әхмәдов та килгәйне. Түбәнге Тирмә халҡына иң изге теләктәр еткереп, тыныс күк йөҙө, киләсәктә уңыштар теләне улар.
Фото «Родник» гәзитенән.