Бисмилләһи р-рәхмәни р-рәхим!
Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙҙе килеп еткән изге Рамаҙан айы мҽнән тәбрик итәм!
Барығыҙға ла Аллаһ Тәғәлә һаулыҡ, иман байлығы һәм бәхҽт насип әйләһен. Амин!
Изге Ҡөрьән-Кәримдең "Әл-баҡара"(Һыйыр) сүрәһе 183-сө аятында "Әй, һеҙ иман килтергәндәр, һеҙгә Ураҙа фарыз булған һымаҡ, һеҙҙән алда йәшәгән халыҡтарға ла ул фарыз ҡылынғайны, бәлки, нәҡ һеҙ Ураҙа тотоп, тәҡүәлеләрҙән (Аллаһтан ҡурҡыусылар) булырһығыҙ" тип мөрәжәғәт итә Бөйөк зат Раббыбыҙ.
Эргәлә һөрөлгән баҫыу күренеп ята. Уны тиҙҙән эшкәртеп, тырматып иген сәсерҙәр һәм көҙ, әлбиттә, уңышын урып алырҙар.
Мөхтәрәм йәмәғәт, беҙҙең тормошобоҙ ҙа ошо баҫыуға оҡшағандыр. Беҙ ғүмер буйына һөрөп, эшкәртеп, сәсәсәкбеҙ.
Ә орлоҡтары уның Ислам диненең биш терәгелер: тәүгеһе - Шәһәҙәд, икенсеһе - Намаҙ, өсөнсөһө - Зәҡәт, дүртенсеһе - Ураҙа һәм һуңғыһы - Хаж.
Шулай уҡ гонаһтан тыйылыу, мосолман һәм халыҡ йолаларын үтәү, милли байрамдарҙы инҡар итмәү, дини һәм фәнни ғилем алыу, туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу һәм башҡа халыҡтарҙың динен һәм ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын хөрмәт итеү булыр.
Ә Ҡиәмәт көнө еткәс, беҙҙең ошо Аллаһ ризалығы өсөн башҡарылған эштәребеҙ көҙ йыйып алынған уңыш кеүек булыр һәм Ғәмәл дәфтәребеҙгә алтын хәрефтәр менән яҙылып, һәр беребеҙҙең уң яҡ ҡулына Ожмах асҡысы һымаҡ тапшырылыр. Амин.
Ватандаштарым, һеҙгә мөрәжәғәт итәм!
Ошо изге айҙа ихлас күңелдән ғибәҙәт ҡылып, һуғыштарҙың тиҙерәк туҡтауын һәм һалдаттарҙың имен генә өйҙәренә, ғаиләләренә ҡайтыуын теләп доғала булайыҡ. Амин!
АЛЛАҺУ ӘКБӘР.
Изге теләк вә ҡотлауҙар менән Ғәскәр имамы ахун Хәмзә хәҙрәт.
Сығанаҡ: vk.com/khamzaakhun