Бөтә яңылыҡтар
Иман
22 Март 2023, 23:00

"Нурҙан ғына тора кеүек – донъялар яҡты!"

Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы ҡабул ҡылһын, барыбыҙға ла Уның рәхмәтенә өлгәшергә насип итһен! 

"Нурҙан ғына тора кеүек – донъялар яҡты!"
"Нурҙан ғына тора кеүек – донъялар яҡты!"

Күңелдәргә шатлыҡ бирә
Изге Рамаҙан,
Оноттора бар ҡайғыны
И, изге аҙан.
Нурҙан ғына тора кеүек –
Донъялар яҡты,
Уйлана белгән кешенең
Иманы артты.

(Гүзәл Ситдиҡова).

Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙан айына аяҡ баҫтыҡ. Ошо уңайҙан һәммәгеҙҙе лә ихлас тәбрикләп, ураҙа мө­бәрәк булһын, барыбыҙға ла Раббыбыҙҙың рәхмә­тенә өлгәшергә яҙһын ине, тип теләйбеҙ.

“Эй, иман килтергән һөйөклө бәндә­ләрем! – тиелгән изге Ҡөрьәндә. – Һеҙгә ураҙа ғибәҙәте фарыз ител­де, тәҡүәлек ҡы­лығыҙ”. Ошо бойороҡҡа ярашлы, Рамаҙанда һәммәбеҙ ҙә Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшергә ынтылырға тейешбеҙ. Изге айыбыҙ емеш-еләккә бай йәй кеүек: ҡушылған ғәмәлдәрҙе үтәгән әҙәм балаһы мул сауап ала. Раббыбыҙ ҡылған изгелектәргә рәхмәтте арттырып бирә.

Рамаҙан – тәрбиә мәктәбе. Унда фарыз ителгән ғәмәлдәр дөрөҫ йәшәү юлын күрһәтә. Әйтәйек, “Кем дә кем ураҙа тотоп та, ялған һүҙҙән айырылмаһа, Аллаһ Тәғәлә уның ас йөрөүенә мохтаж түгел”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғөмүмән, Исламда һәр нәмәне уйлап һөйләү зарурлығы тәҡрар ителгән. “Мосолмандың иң күркәм сифаттары шул: мәғә­нәле, аңлайышлы, кешенең күңелен ҡырмаҫлыҡ итеп һөйләр, ә инде кемдер һүҙ тота икән, уны матур итеп тыңлай белер”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Уның “Мосолман башҡаларға ҡулы менән дә, теле аша ла зарар килтермәҫ” тигән һүҙҙәрендә лә бөйөк аҡыл ярылып ята.

Раббыбыҙҙың рәхмәтен алыу юлында һәр бере­беҙгә тәҡүәлек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ насип әйләһен. Аллаһ Тәғәлә ураҙа­быҙҙы, ғибәҙәт­тәребеҙҙе ҡабул итһен, һәр ғаиләгә рәхмәтен, бәрәкәтен насип ҡыл­һын, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ. Изгелек игеп, яҡшы эштәр баш­ҡарып, мәрхәмәт­лек, шәфҡәтлелек күрһәтеп, тормошобоҙҙо нурға күмәйек. Амин.

Һеҙҙең иғтибарға изге айҙағы сәхәр, ифтар ваҡыттары ингән намаҙ уҡыу мәлдәре таблицаһын тәҡдим итәбеҙ.

Фото: "Дини тәҡүим" китабы. 

"Нурҙан ғына тора кеүек – донъялар яҡты!"
"Нурҙан ғына тора кеүек – донъялар яҡты!"
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас