Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров респубика мосолмандарын Рамаҙан айы башланыу менән ҡотланы.
“Мосолмандар өсөн изге Рамаҙан айы башланды. Рухи ихтыяждар тән ихтыяжынан өҫтөн ҡуйыла торған осор. Таҙарыныу һәм тыйылыу ваҡыты – тәү сиратта насар уйҙарҙан, һүҙҙәрҙән һәм эштәрҙән.
Православие динен тотҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең дә әле Пасхаға тиклем дауам итәсәк Бөйөк посы бара. Күп быуаттар дауамында төрлө халыҡ һәм конфессия вәкилдәре бер-береһенә ихтирам күрһәтеп, йолаларын хөрмәт итеп йәшәй.
Беҙҙең төрлө дин тотҡан, әммә рухи яҡтан яҡын яугирҙәребеҙ әле Ватан өсөн көрәшә. Бөгөн бар уйыбыҙ – уларҙа, доғаларыбыҙ улар һәм уларҙың яҡындары өсөн яңғырай. Динебеҙ егеттәрҙең хәрби рухын күтәрә. Уларҙың көндәлек рухи батырлығы өсөн айырым рәхмәт.
Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем! Хуш киләһең, Рамаҙан!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: Р. Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.