Рамаҙан айына әҙерлек барышында ниәт ҡылдыҡ, ихтыяж көсө тупланыҡ, шулай уҡ йортобоҙҙо, ихаталарҙы тәртипкә килтерҙек.
Өфө районы Шамонин ауылы мәсетенең имамы Рәдиф Ғөбәйҙуллин иман йорто төҙөлөшөн мөмкин тиклем ҡуҙғатыу, халыҡты матур, йылы бинала ҡаршы алыу ниәте менән янды. Әйткәндәй, кешеләр быға тиклем дә дини байрамдарға һәр саҡ йыйылды, ифтарҙар үткәрҙе - мәсет әҙер түгел тип торманы.
Ғөмүмән, иман йорто башлыса халыҡ көсө менән төҙөлә - кемдер аҡсалата ярҙам итһә, икенселәр ҡул көсө менән өлөш индерә. Быйыл мәсеттә күп эштәр башҡарылған: йылылыҡ индерелгән, стеналары тигеҙләп буялған, яңыраҡ түшәмде тарттырып ҡаплап ҡуйҙылар. Йәнә шуныһы ҡыуандыра: ярҙамға күрше-тирә ауылдарҙан да килделәр.
Шамонин ауылы халҡын иң ҡыуандырғаны күптән түгел мәсеткә манара ҡуйыу булғандыр. Хәҙер Аллаһ йорто иман нуры сәсеп, алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып тора.
Р. Сайтаков фотоһы.