Ураҙаны нисек тотоу тураһында һүҙ сыҡҡанда, диндарҙар тәү сиратта Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең тормошон өлгө итеп күрһәтә.
Пәйғәмбәребеҙҙең башҡарғаны, әлбиттә, ябай әҙәм балалары өсөн көс еткеһеҙ. Ул, һәр ваҡыттағыса, ныҡ күп эшләгән, ғәрәп илендәге эҫелектә ураҙа тотоу менән бер рәттән пәйғәмбәрлек вазифаһын бөтөн тулылығында үтәгән. “Рамаҙан айында Ислам ғәмәлдәренә, Ҡөрьәнгә иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ арттырыр ине, – тип хәтерләр булған ҡатыны Ғәйшә. – Айҙың һуңғы төндәрен мәсеттә ғибәҙәттә үткәрә торғайны”.
“Ҡөрьән Кәрим”дә: “Эй, иманлы бәндәләр, һеҙҙең өсөн Аллаһ Тәғәләнең пәйғәмбәре – ҙур өлгө. Кем дә кем Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде Раббыбыҙҙың рәсүле тип таныһа, Ҡиәмәт көнөнә ышанһа, был аҙаҡ иҫәпкә алыныр”, – тиелгән. Тимәк, үҙ тормошо аша өммәтенә Ҡөрьән буйынса йәшәү үрнәген күрһәткән, һәр хәрәкәтенән, йөрөш-торошонан Аллаһ һүҙенең тәфсире сағылған Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең өммәте булараҡ, беҙ изге айҙы уның өлгөһөндә үткәрергә тейешбеҙ. “Ҡөрьән Кәрим”де, хәҙистәрҙе өйрәнергә бурыслыбыҙ. Уларҙағы аҡылды күңелгә һеңдереү, файҙаланыу тормошобоҙға ҙур бәрәкәт бирер.
“Кем дә кем ураҙаның ниғмәттәрен татымай ҡалһа, ҙур отолошта булыр, – тигән Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙисендә. – Әгәр ҙә өммәтем ураҙаның бөтә хикмәттәрен, бөйөклөгөн, сауаптың күплеген белә торған булһа, был айҙың йылға һуҙылыуын теләр ине”.
Билдәле булыуынса, төрлө миҙгелдәге ауырлыҡтарға һылтанып, бәғзеләр ураҙа тотмаҫҡа тырыша. Ә боронғолар, Рамаҙан ниндәй генә ваҡытҡа – бесән, ураҡ мәленәме, селләгәме – тура килмәһен, тейешле ғәмәлде мотлаҡ үтәгән.
Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәлә беҙҙең хәлде яҡшыраҡ белә бит: ураҙаны Рамаҙанда фарыз иткән икән, бурысты бер нигә ҡарамай атҡарыу зарур. Бында әҙәм балаһы аңлап етмәгән хикмәттәр ҙә барҙыр. Әйтәйек, кеше төрлө ауырлыҡтарға, һынауҙарға әҙер булырға тейеш. Мәҫәлән, асығырға тура килер. Ураҙа тотоп өйрәнгән кеше был һынауға бирешмәҫ, ауырлыҡты бүтәндәргә ҡарағанда еңелерәк үткәреп ебәрер. Бына шундай ҙур тәрбиә мәктәбе ул Рамаҙан.
Ураҙаны нисә йәштән тота башларға мөмкин? Бәлиғ булғас. Ныҡ өлкән йәштәгеләргә, әгәр һаулығы мөмкинлек бирмәй икән, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Уның урынына фидиә саҙаҡаһы бирә алалар. Был аҡсаны мәсеткә һалырға, етем, ауырыу йәки матди хәле насар ғаиләлә тәрбиәләнгән бала өсөн тапшырырға мөмкин. Ризыҡлата биреү ҙә рөхсәт ителә. Шуны белеү фарыз: был ураҙаны һатып алыу тигәнде аңлатмай. Ғибәҙәтте һәр кем үҙе үтәргә тейеш. Әммә әҙәм балаһы бик теләгән хәлдә лә ураҙа тоторға сәләмәтлеге мөмкинлек бирмәй икән, бының урынына Аллаһ Тәғәләнең ризалығы менән фидиә саҙаҡаһы тапшыра ала.
Хәҙер ашҡаҙан-эсәк юлы, шәкәр диабеты һәм башҡа сирҙәр киң таралды. Кем дә кем, үҙ хәлен белә тороп та, табиптың ҡаршы төшөүенә ҡолаҡ һалмайынса асығып йөрөй, һөҙөмтәлә ауырыуы көсәйә йә организмына башҡа төрлө зарар килә икән, уның ураҙаһының сауабы булмай. Быны диндарлыҡ түгел, ә Хоҙай күрһәткән юлдан ситкә тайпылыу тип аңларға кәрәк.
Рамаҙан айын лайыҡлы үтергә яҙһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ, доғаларыбыҙ ҡабул булһын!
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Бисмилләһи р-рәхмәни р-рәхим!
Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙҙе килеп еткән изге Рамаҙан айы менән тәбрик итәм!
Барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, иман байлығы һәм бәхет насип әйләһен. Амин!
Изге Ҡөрьән Кәримдең “Әл-Баҡара” (Һыйыр) сүрәһе 183-сө аятында “Әй, һеҙ, иман килтергәндәр, һеҙгә ураҙа фарыҙ булған һымаҡ, һеҙҙән алда йәшәгән халыҡтарға ла ул фарыҙ ҡылынғайны, бәлки, һеҙ, нәҡ һеҙ ураҙа тотоп, тәҡүәлеләрҙән (АЛЛАҺтан ҡурҡыусылар) булырһығыҙ” тип мөрәжәғәт итә Бөйөк зат Раббыбыҙ.
Минең эргәлә һөрөлгән баҫыу күренеп ята. Уны тиҙҙән эшкәртеп, тырматып иген сәсәсәктәр һәм көҙ көнө, әлбиттә, уңышын урып алырҙар.
Мөхтәрәм йәмәғәт, беҙҙең тормошобоҙ ҙа ошо баҫыуға оҡшағандыр. Беҙ ғүмер буйына һөрөп, эшкәртеп, сәсәсәкбеҙ.
Ә орлоҡтары уның Ислам диненең биш терәгелер: тәүгеһе – Шәһәҙәд, икенсеһе – Намаҙ, өсөнсөһө – Зәҡәт, дүртенсеһе – Ураҙа һәм һуңғыһы – Хаж.
Шулай уҡ, гонаһтан тыйылыу, мосолман һәм халыҡ йолаларын үтәү, милли байрамдарҙы инҡар итмәү, дини һәм фәнни ғилем алыу, туғанлыҡты нығытыу һәм башҡа халыҡтарҙың динен һәм ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәрен, байрамдарын хөрмәт итеү булыр.
Ә “ҡиәмәт көнө” еткәс, беҙҙең ошо АЛЛАҺ ризалығы өсөн башҡарылған эштәребеҙ көҙгө йыйып алынған уңыш кеүек булыр һәм Ғәмәл дәфтәребеҙгә алтын юлдар менән яҙылып, һәр беребеҙҙең уң яҡ ҡулына Ожмах асҡысы һымаҡ тапшырылыр. Амин.
Ватандаштарым, һеҙгә мөрәжәғәт итәм!
Ошо изге айҙа ихлас күңелдән ғибәҙәт ҡылып, һуғыштарҙың тиҙерәк туҡтауын һәм һалдаттарҙың имен генә өйҙәренә, ғаиләләренә ҡайтыуын теләп, доғала булайыҡ. Амин!
АЛЛАҺУ ӘКБӘР.
Изге теләк үә ҡотлауҙар менән Ғәскәр имамы ахун Хәмзә хәҙрәт.