-1 °С
Болотло
Ураҙа тотҡандарҙы саҡырып ауыҙ астырыу - ифтар үткәреү иң изге ғәмәлдәрҙән һанала.
“Ундайҙарға Аллаһ Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер”, – тиелә хәҙистә. Шулай уҡ “Әгәр ҙә ки кемдер ураҙа тотоусыны саҡырып ифтар үткәрһә, уны фәрештәләр Рамаҙан айы буйы данлар, Ябраил ғәләйһис-сәләм Ҡәҙер кисендә сәләмләп ҡаршы алыр”, – тип әйтелә.
Рамаҙан айында бер-беребеҙгә тағы ла иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ, ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
Иртәгәгә, 25 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ.
Фото: islam.ru